Тәмле һәм табышлы шөғөл йәки еләк беште 12.07.2016

Ауыл ерендә хуш еҫле миҙгел хазинаһын йыйып табыш алыусы уңғандар ҙа байтаҡ.  Күптәр был осорҙа ғаилә бюджетын нығыта, балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса туплап өлгөрә.

Ауыл ерендә йәшәгән һәр икенсе кешенең тәғәйен эш урыны юҡ. Әммә йүнселдәр йүнен күрә. Кемдер күпләп мал -тыуар аҫрап көн итә, ә бәғзеләре еләк-емеш һатып ғаилә бюджетын тулыландыра.
Июль айы йәй уртаһы, емеш-еләк өлгөргән ваҡыт. Кешеләр, айрыуса ауыл халҡы миҙгел менән файҙаланып тәбиғәт биргән байлыҡты еләк йыйып аҡса эләп ҡалырға тырыша. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе БУлатовтар еләк-емеш йыйып ҡайнатма эшләп, үҙ ғаиләләренә ҡышҡылыҡҡа витамин запасы туплағандан һуң, һатыуға сығарып аҡса эшләргә лә форсат таба.
Һигеҙенсе синыфты тамамлаған Фаиль Булатов та еләк тиреүҙә әсәһенән ҡалышмай. Миҙгелле кәсепте үҫмер түҙемһеҙләнеп көтөп ала, сөнки ошо осорҙа арыу ғына аҡса эшләп уҡыуға кәрәк-яраҡтар алырға була.
Хаҡтарға күҙ һалғанда  еләктең биш литрлы биҙрәһе 500 һум, ә ун литрлыһы 1000 һумға тәҡдим ителә. Көнөнә бер генә генә биҙрә һатҡанда ла иш янына ҡуш итерлек килем алырға була. Хеҙмәтең ҡаты булһа ла, емешең татлы булыр, тип бушҡа ғына әйтелмәй халыҡта.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика