Төҙөкләндерелгән ауыл хужалығы техникаһы - көҙгө уңыштың мул буласағына ишара

Төҙөкләндерелгән ауыл хужалығы техникаһы - көҙгө уңыштың мул буласағына  ишара 22.03.2017

Иглин районынының "Агро-Яҙ" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре сәсеүгә әҙерлек мәсьәләләренә етди ҡарай. Әлегә тиҫтәнән ашыу трактор һәм башҡа техниканы ремонтлау тамамланыу алдында  Күбеһе 20-30 йыл элек үк һатып алынған, шуға запас частәр өсөн дә айырым сығымдар талап ителгән.

Механизаторҙар тырышлығы менән хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә сығырға әҙер. Техник күҙәтеү дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған тикшереү барышында ла ауыл уңғандарының эше юғары баһаланды. Предприятие етәксеһе Геннадий Семенов яҡшы күрһәткестәр өсөн эшселәрен аҡсалата премиялар менән бүләкләне. "План юғары - һауым күләмен арттырырға кәрәк.",- тине ул. Бының өсөн 70 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр һатып алынған да инде.
Геннадий Семенов, хужалыҡ етәксеһе: “Орлоҡтар 100 процентҡа әҙер, химикаттар һатып алынған. Солярка менән дә ҡыйынлыҡтар булмаҫ тип уйлайбыҙ. Баҫыу эштәрен бөгөндән үк башларға була. 660 гектар ҡарабойҙай, 500 гектар ужым бойҙайы, 200 гектар арпа сәсмәксебеҙ”.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку