Тәүге миллион тонна ашлыҡ ырҙын табаҡтарына һалынды

Тәүге миллион тонна ашлыҡ ырҙын табаҡтарына һалынды 24.08.2017

Республикала 37 районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеп, ураҡҡа 2 аҙна тирәһе һуңлап төшөүгә  ҡарамаҫтан, уңыш ярайһы уҡ мул. Был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, иң алдынғы райондар иҫәбендә Саҡмағош,Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ауырғазы райондары. Республикала гектар ҡеүәте уртаса 23 центнер.  Былтыр ул 19 тирәһе генә булған.   Шуға күрә ашлыҡ тейешле кимәлдә йыйыласаҡ, ләкин хужалыҡтарҙы игенгә хаҡтарҙың төшөүе борсой. Илдә интервенция фонды эшмәкәрлеге туҡтатылыуы арҡаһында дәүләт ашлыҡты һатып алмай башланы. Шулай ҙа сентябрҙә ул ҡайтанан тергеҙелер тип көтөлә. Фермерҙарға был осраҡта уңышты һатмай тороу отошлораҡ, тине Илшат Фәзрахманов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку