Тәбиғи ҡоролоҡмо, әллә глобаль йылыныу киләме? 17.08.2016

Ҡайһы бер ауыл хужалығы белгестәре нисәмә йыл рәттән килгән ҡоро йылдарҙы климаттың үҙгәреүе менән бәйләй. Культураларҙы  ла ҡырыҫ һауа шартарына  тура килтереп үҙгәртә башлау хәйер, тип һанау улар. Бәғзеләре был эште башлаған да инде. Шундай хужалыҡтарҙың береһендә беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды.

"Искра" хужалығында баҫыу батшабикәһе -кукуруз уралар. Ялан карабы штурвалы артында хужалыҡтың тәжрибәле комбайнсыларының береһе- Фәнит Сәлтәшев. Дүртенсе класстан алып  баҫыуҙан  айырылмаған хеҙмәткәр сәсеү-урыу эштәрендәге һәр үҙгәреште яҡшы белә.

Техниканың яңырып тороуы  көн талабы, ә бына тәбиғәттең үҙгәреүенә ауыл эшсәндәре борсола башлаған. "Искра" хужалығы етәксеһе фекеренсә, агрономдарға культураларҙы эҫе тәбиғәт шарттарына ҡулайлаштырыу, селекция эше менән әүҙемерәк шөғөлләнә башлау фарыз. Кукуруз баҫыуҙарын йылдан йыл арттыра барыуҙарын да етәксе  ошо күренеш менән бәйләй.

Силосҡа сәселгән кукуруз хужалыҡ баҫыуҙарының мең ярым гектарын биләһә, тағы ла меңдән ашыуы орлоҡҡа сәселгән. Кукурузды орлоҡҡа сәсеүҙе мөмкин тиклем киңерәк йәйелдереү бурысын быйыл республика етәксеклеге лә ҡуйғайны. "Искралар" иһә был тәжрибәне икенсе йыл һынай. Мал аҙығының сифаты күпкә яҡшыра, ти улар.

Кукурузды орлоҡҡа сәсеү йылдам үҫешкән ,,Искралар,, өсөн көн талабы. Әле ун ике ауылды берләштергән хужалыҡта биш мең ярым һайыр малы иҫәпләнә. Киләсәктә улар һанын тағы ла арттырырға иҫәп тоталар. Бының өсөн улар ҡаралар төҙөкләндерә, фермаларҙы яңырта. Әле лә төҙөүселәр ике йөҙ баш малға иҫәпләнгән яңы ҡура күтәреү менән мәшғүл.

Әйткәндәй, иген  культуралары сәсеүҙә лә хужалыҡ һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Бәлки шуның арҡаһындалыр ҙа тап уларҙың баҫыуында төбәктә иң юғары уңыш алына. Быйыл да, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, гектар көсө ярайһы уҡ яҡшы, ти хужалыҡ агрономы.
Хужалыҡта йәмғеһе 26 мең гектар ер. Уларҙың 16 меңендә төрлө культуралар  сәселә. Ҡоролоҡ йылдарында иң отошлоһо ужымды арттырыу тип һанай улар. Быйыл ҡышҡылыҡҡа өс мең гектарҙы сәсеп ҡалдырырға иҫәп тоталар.   Климаттың глобаль йылыныуы үҙенекен талап итә, ти  "Искралар".

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика