Төбәк иҡтисадының бер урында тапаныуы йәки урындағы фермер ни өсөн хөкүмәттән ярҙам ала алмай?!

Төбәк иҡтисадының бер урында тапаныуы йәки урындағы фермер ни өсөн хөкүмәттән ярҙам ала алмай?! 04.04.2017

Саҡмағош районында йәшәүсе Рәҡиповтар район хакимиәте башланғысында мал һуйыу цехына нигеҙ һала. Төрлө коммерция банктарынан юғары процентҡа кредит алып 8 ай эсендә эште 40 процентҡа теүәлләп ҡуя. Ләкин тора-бара эш үҙен аҡламай булып сыға. Һөҙөмтәлә ғаилә хөкүмәттән дә, коммерция булмаған банктарҙан да аҡса ала алмай башлай. Сәбәбе нимәлә?

Рәҡиповтарҙың йөрөмәгән ере, тапамаған тупһаһы ҡалмаған. Ләкин төрлө инстанцияларға хат яҙыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Өмөтләнерлек тә яуап булманы, тип зарлана ғаилә. Ә проблема бынан йыл ярым элек башлана. 2014 йылда Саҡмағош районы хакимиәте башланғысында төбәктә мал һуйыу цехын асыу теләге уяна. Эш алға китә китеүен, әммә ваҡыт үтеү менән ҡаршылыҡтар тыуа.
Мал һуйыу һәм ит эшкәртеү цехына 2015 йылда нигеҙт һалына. Төҙөлөш эштәре 8 ай дауам итә һәм объект 40 процентҡа тиклем әҙер була. Ләкин былтырҙан  бөгөнгө көнгәсә финанс ауырлыҡтар һөҙөмтәһендә эш туҡтап ҡала.
Бизнес-планға ярашлы, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһенең барыһы ла әҙер. Мал һуйыу урыны ғына түгел, итте эшкәртеү, ярымфабрикаттар етештереү мөмкинлектәренә лә күҙ уңынан ысҡындырылмаған. Буласаҡ объект урындағы халыҡ өсөн генә түгел, район иҡтисадын күтәреү йәһәтенән дә отошло, ти фермер.
Саҡмағош районы хакимиәте мал һуйыу объектының проблемаһы хаҡында хәбәрҙар. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын да яҡшы аңлай. Хакимиәт үҙ сиратында район ҡаҙнаһынан мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙылды, тигән фекерҙә.
Әлеге ваҡытта республикала ике тиҫтәләп мал һуйыу цехы эшләй. Тәжрибәле, ил кимәлендә билдәле предприятиелар ҙа юҡ түгел. 2014 йылдың 1 майынан Таможня союзы техник регламентына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Һүҙ һуғым, ғаилә менән ашау өсөн тотонола торған мал тураһында бармай, ә баҙарға сығарыласаҡтары хаҡында. Мал һуйыу пункттары ветеринария табиптары күҙәтеүе ярҙамында эшләй. Бында тейешле кимәлдә һимертелгән мал килтерелә, улар кәрәкле санитар талаптарҙы үтәп салына, тейешле экспертиза үткәрелә. Тимәк, Саҡмағош районында ла үҙ мал һуйыу пункты булырға тейеш, тигән фекерҙә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы.
Юрий Лысов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары: «Әлеге эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһенә дәүләт ярҙамын күрһәтә алабыҙ. Техник ҡоролмалар һатып алыуға түккән сығымдарҙың 40 процентын компенсациялау мөмкинлеге ҡаралған. Ләкин ярҙам объект тулыһынса файҙаланыуға тапшырылғас ҡына бирелә. Әлеге бәләкәй предприятиеларға булышлыҡ итеү институтына мөрәжәғәт итеп, тейешле грант алыу мөмкинлеге бар. Был проектты беҙ контролдә тотасаҡбыҙ».
Ә инде төбәктә санитар талаптарға яуап бирерҙәй, урындағы халыҡҡа эш урыны булдырып лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләрлек предприятие сафҡа инәсәгенә район етәкселеге яғынан ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш, тигән фекерҙә республиканың ауыл хужалығы министрлығы. Кире осраҡта объекттың киләсәге лә икеле. Шулай ҙа фермерҙың бер урында тапанырға уйы юҡ. Ул үҙенә ниндәйҙер сара табып башланған эште аҙағына тиклем еткереү бурысын ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика