Төбәк даны - ялан батырҙары

Төбәк даны - ялан батырҙары 12.06.2017

Ял көндәрендә республиканың 31 районында һабантуй байрамы үтте. Ергә хәләл көсөн түккән эшсәндәрҙе тәбрикләү - борондан килгән йола. Хәҙерге заманда ла был байрамда ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын хөрмәтләйҙәр. Баҫыу батырҙары - байрамдың төп ҡунағы. Халҡыбыҙҙың милли байрамын Әбйәлилдәр ҙә шат күңел һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы.

Һабан байрамын үҙенсәлекле итеп уҙғарыу ғәҙәттә мәҙәниәт хеҙмәткәре иңендә . Быйыл да уларҙың тырышлығы бушҡа китмәне: сәхнәләге тамашаны ҡарарға барса халыҡ ағылды. Быйылғы һабантуйҙың Экология йылына арнап үткәрелеүе лә юҡҡа түгел, сөнки Әбйәлил үҙенең ожмахҡа тиң матурлығы - зәңгәр күлдәре, ғорур ҡаялары, ҡуйы урмандары менән дан тота. Сараның төп өлөшөндә тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау ғына түгел, аҫабалыҡ емеше булған тарих, мәҙәниәт, халыҡ ижадының иҫ киткес байлығын ҡәҙерләүгә лә иғтибар бүленде
Һабан байрамының төп ҡунаҡтары - ауыл хеҙмәтсәндәре лә тәбрикләнде. Юғары дәрәжәләге диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән ҡырсылыҡтағы, малсылыҡтағы ҡаҙаныштары, игенселектә заманса технологияларҙы үҙләштереү һәм райондың ауыл хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Красная Башкирия» хужалығы лайыҡ булды. Яҙғы-сәсеү эштәрендә, малды ҡышлатыуҙа уңыш ҡаҙанған тиҫтәләрсә хужалыҡ һәм ауыл хеҙмәтсәндәре Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Ал-ял белмәй белмәй эшләгән 15 ауыл хеҙмәтсәне «Сәсеү батыры» һәм 12-е райондың «Алдынғы мал ҡараусыһы» исеменә лайыҡ булды.
Ниндәй генә тәбиғәт шарттары булыуға ҡарамаҫтан, төбәктә мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылғаны юҡ. Яҙғы баҫыу эштәре быйыл Әбйәлилдә 62 мең гектар майҙанда башҡарылған. Уларҙың яртыһынан күбеһен бөртөклө культуралары биләй. Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлил баҫыуҙарында, үҙебеҙҙең техника менән бер рәттән, сит илдә етештерелгән ҡеүәтле трактор, комбайн һәм сәскестәр ярышып эшләй. Мал аҙығын әҙерләү ҙә былтырғы йыл менән сағыштырғанда маҡтанырлыҡ ти төбәк халҡы.
Һабантуй майҙанында урын алған тирмәләр ҙә байрамдың айырылғыһыҙ биҙәге. Ул үҙе бер башҡорт йәйләүен хәтерләтте. Әбйәлилдең бар ауыл биләмәләре аҫаба халыҡтың үткәнен һәм бөгөнгөһөн хәтерләтте.
Байрамға йыйылған халыҡтың иң тәүҙә тирмәләргә ағылыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки уларҙа башҡорт халыҡ тарихын күрергә, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә була. Тирмәләр конкурсы һөҙөмтәһе буйынса Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе беренсе урынға лайыҡ булды. Был аҙна аҙағында Әбйәлилдә йәнә бер байрам - курорт һабантуйы үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика