Свердловск өлкәһендә өлкә һабантуйы уҙҙы

Свердловск өлкәһендә өлкә һабантуйы уҙҙы 16.06.2015

Ғәҙәттәгесә, йыл да милли байрам муниципаль берәмектәрҙең береһендә ойошторола. Быйыл һабантуй ҡунаҡтарын Сысерть ҡала округы ҡабул итте.

Кадников ауылында урынлашҡан «Аҡ ат» спорт клубы базаһына өлкәнән һәм күрше төбәктәрҙән бер нисә мең кеше йыйылды. Байрамды асыу тантанаһында Башҡортостан Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева республика башлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе  һәм Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашевҡа бүләк тапшырҙы.  Башҡортостан һәм Татарстан делегациялары ҡорған тирмәләрҙә боронғо халыҡ кәсептәре күрһәтелде, милли аш-һыу тәҡдим ителде.
Йола буйынса, байрам программаһы профессиональ һәм үҙэшмәкәр артистар сығыштарына, уйындарға һәм конкурстарға, спорт ярыштарына бай булды. Һабантуйҙың иң популяр ярышы -милли көрәш бәйгеһендә Башҡортостан батыры Рәдиф Аҡсурин еңеп сыҡты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку