Стәрлетамаҡ районының Калинин хужалығында  төбәк-ара баҫыу көнө үтте 14.09.2016

Унда Рәсәйҙең егермеләп төбәгенән 300-ҙән ашыу ауыл хужалығы эшсәндәре тәжрибә уртаҡлашты. Николаевка ауылында кукуруз һәм көнбағыш культураларын үҫтереү һәм эшкәртеү, беҙҙең төбәк шарттарында ниндәй сорттарға өҫтөнлөк биреү мәсьәләләре күтәрелде, хужалыҡта ҡулланылған заманса техника күргәҙмәһе ойошторолдо.

Төбәк-ара семинар үткәреү өсөн  Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы һайланыуы юҡҡа түгел. Хужалыҡ  республикала алдынғылар рәтендә. Бында ауыл хужалығын үҫтереүҙә инновация алымдары һәм заманса техника ҡулланыла. Һөрөнтө ерҙәр 36 меңдән ашыу гектар майҙан тәшки итһә, 7000 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала.
Александр Коваленко, Калинин исемендәге яуаплылығы сикләнгән  ауыл хужалығы предприятиеһы директоры: «Иген культураларын тулыһынса йыйып алдыҡ. Уртаса уңыш гектарынан 26,5 килограмм самаһы. Яҡын арала көнбағыш һәм йөҙ гектарҙа кукуруз һуғырға төшәсәкбеҙ».
Донъяла йыл һайын миллиард тоннанан ашыу кукуруз етештерелә. Был культураны юҡҡа ғына баҫыу батшабикәһе тип йөрөтмәйҙәр. Юғары энегетикалы һәм туҡлыҡлы  аҙыҡ мал аҙығын үҫтереүҙә һәм төбәккә яраҡлаштырыуҙа Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары  мөһим эш башҡара. Тәжрибә баҫыуында илленән ашыу гибрид сорттар күрһәтелгән.
Петр Чекмарев, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының үҫемселек, механикалаштырыу, химиклаштырыу һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау департаменты етәксеһе: «Кукуруздың киләсәге бар. Уны күпләп үҫтереү  иген буйынса уңыш  күләмен күтәрергә ярҙам итә. Беҙ был культураны Рәсәйҙең көньяғында ғына түгел, Үҙәк, Волга буйында, Урал аръяғында, Себерҙә һәм Алыҫ көнсығышта ла үҫтереү мәсьәләһен күтәрәсәкбеҙ».
Кукуруз менән көнбағыш мобиль культураларҙан иҫәпләнә, ти , аграрийҙар. Уларҙы күпләп мал аҙығы рационына индергәндә һөт һәм ит етештереү күләмен арттырырға мөмкин.Был баҫыуҙарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары тәжрибә үткәргән. Йыл ҡоро һәм яуым-төшөмһөҙ булыуына ҡарамаҫтан кукуруздан мул уңыш алмаҡсылар.
Башҡортостан аграрийҙары Краснодар селекционерҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең төбәк өсөн иртә өлгөрөүсе сорттар етештереп кенә ҡалмай, йыл һайын рәсми делегациялар уларҙың эш алымдарын да өйрәнеп ҡайта.
Владимир Короткин, «Кубань» орлоҡсолоҡ һәм мал аҙығы етештереү заводы вәкиле: «Башҡортостан менән ун йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ауыл хужалығында эшләүселәр орлоҡ етештереүселәрҙе танып белергә тейеш. Хәҙерге шарттарҙа орлоҡсолоҡ эшенә етди ҡараш булдырыу мөһим».
Кукуруз һәм көнбағыш культураларына арналған баҫыу көнө үҙ маҡсатына иреште. Ауыл хужалығы эшсәндәренең тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙансығы артабан төбәктәр араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыуҙа яңы мөмкинлектәр асты.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика