Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарының береһендә һыйырҙар ЭКО ярҙамында ҡасырыла

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарының береһендә һыйырҙар ЭКО ярҙамында ҡасырыла 24.04.2017

Тоҡомло сит ил малдарының эмбрионы ябай һыйырҙарға күсерелә. Был ысулды Стәрлетамаҡ районы хужалығы яңыраҡ файҙалана башлаған. Белгестәр ЭКО, йәғни экстракорпораль аталандырыу эре баш мал һатып алыуға ҡарағанда арзанға төшөүен билдәләй.

Махсус һауыттарҙарҙағы биоматериалдар шыйыҡ азотта 200 градус һыуыҡта һаҡлана. ЭКО алымы буласаҡ малдың енесен үҙгәртеп булыуы менән үҙенсәлекле. Фермерҙар заманса технология буйынса һөт күләмен тағы ла арттырыу, Башҡортостанда тыуған үгеҙ малдарын һатыуға сығарыу маҡсатын ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика