Совет йылдарынан матур традиция булып һаҡланған агитбригадалар эшен әле булһа Баймаҡ районы дауам итә

Совет йылдарынан матур традиция булып һаҡланған агитбригадалар эшен әле булһа Баймаҡ районы дауам итә 23.08.2017

Халыҡ ижады үҙәге артистары йылдар дауамында баҫыуҙарҙа тырышып эшләгән ауыл хеҙмәтсәндәрен ауыр эштәренән арындырып матур ял минуттары бүләк итә.

Ошондай матур традиция хәҙер тик Баймаҡ районында ғына һаҡланып ҡалған.  Агитбригада эше ауыл эшсәндәрен дәртләндереп, артабан тейешле уңыш алырға күңел күтәренкелеге өҫтәү маҡсатында йылда уҙғарылып килә.
Крәҫтиән фермер хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итә.  Былар барыһы ла көндө-төнгә ялғап, фиҙаҡәр, берҙәм һәм тырыш эшләүҙең һөҙөмтәһе. Төбәктең «Килдеғошов» хужалығында арышты уралар, «Мырҙаҡаев»та ужым бойҙайының уңышы йыйыла. Арыштың гектар ҡеүәте район буйынса уртаса 24 центнер, бойҙай әле мәлгә уртаса 16 центнерҙан тура килә.
Хеҙмәтсәндәр быйыл юғары уңыш алырына өмөтләнә. Техникалар төҙөк, һауа торошо ла уңай икән бер ниндәй ҙә ҡытлыҡ юҡ тип һөйөнә эшсәндәр. Йылдан йыл уңыш артыуын да билдәләй улар.
Бар хужалыҡтарҙа ла үҫтерелгәнде йыйып алып келәттәргә һалыу, эштәре менән мәшғүлдәр. Урып-йыйыу эштәре ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн иң ауыр, иң мәшәҡәтле, әммә шул уҡ ваҡытта иң күңелле осор. Баҫыуҙарҙа тир түккән уңғандарға еңеллек һәм, әлбиттә, уңыштар теләйбеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку