Сит ил тауарҙарын алмаштырыу шарттарында республикала бәләкәй ауыл хужалыҡтары ла йылдам  үҫешә 13.06.2015

Учалы районының Ахун ауылы биләмәһендә ҡошсолоҡ, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе 15 ферма хужалығы бар.  

Зөлфиә Усманова фермалағы һәр һыйырҙың холҡон яҡшы белә. Көн дә таңғы биштән тороп эшкә килә. Ауыл ерендә тыуып үҫкәнгә малҡайҙарҙы яратам, ти ханым.
Зөлфиә Усманова, һауынсы: «Элек ауырыраҡ була торғайны, әллә нисә һыйырҙы ҡул менән һауа торғайныҡ, һөттө биҙрәләп ташый  инек.  Ә хәҙер аппараттар менән һауыу бик еңел».
Бер һыйырҙы һауыуға 15-20 минут ваҡыт талап ителә. Һауылған һөт махсус көпшәләр буйлап айыртыуға китә.
Эшкәртелгән продукция иртәгәһенә һатыуға сығарыла. Ауыл ҡаймағы менән һөткә районда ихтыяж ҙур. Был урында ҡасандыр сусҡа фермаһы була. «Ҡыҙыл партизан» колхозы тарҡалғас, ул да юҡҡа сыға. Ферма тураһында иҫтәлек булып емерелә башлаған комплекс ҡына тороп ҡала. Эшҡыуар объектты һатып алып эш башлай. Фазылйән Садиҡов ауырлыҡтарға бирешмәй. Әле бында 120 баш һыйыр булһа, киләсәктә уларҙы 200-гә еткереп киләсәктә «500 ферма» программаһында ла ҡатнашырға теләй.
Фазылйән Садиҡов, шәхси эшҡыуар: «Субсидиялар, гранттар бирелә башлағас, йәштәр күп мөрәжәғәт итә башланы. Ниндәй документтар кәрәк булыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Хатта, Силәбе өлкәһенән дә килделәр. Үҙебеҙҙең элекке колхоздың комплексын һатып алдым, ул 700 башҡа иҫәпләнгән. Биналарҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүленергә тейеш».
Ә был Учалы районының Ҡыйҙыш ауылы эргәһендәге ат фермаһы. Унда 150 баш йылҡы малы иҫәпләнә, уларҙың алты тиҫтәһе - Әмир Солтановтыҡы. Шәхси эшҡыуар йыл һайын ауыл халҡы йылҡыларын ҡарап, ҡымыҙ бешә. Был кәсеп ауыр булһа ла, табышлы, ти ул.  
Әмир Солтанов, шәхси эшҡыуар: «Ауылда эш булмай буламы!? Эш күп инде ул... Иген сәс, ер эшкәрт, һыйыр тот, һарыҡ аҫыра... Атайһыҙ ҡалғас ете йәштән йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башларға тура килде. Шунан өйрәнеп кителгәндер инде».
Башҡорт халҡы өсөн ат - хужалыҡта ярҙамсы, яуҙа тоғро дуҫ. Был тоҡом, хатта, ҡышҡыһын да үҙенә аҙыҡ таба ала. Ҡымыҙ етештереү өсөн дә ул иң уңышлы һанала.
Шәхси эшҡыуар 2008-се йылда грант ота. Шунан ең һыҙғанып эш башлай. Мал аҙығы ҡиммәт булғанға  финанс ауырлыҡтар ҙа тыуғылай. Йылдың уңышлы булыу-булмауына һауа торошо ла  тәьҫир итә. Әлегә эшҡыуар ҡымыҙҙы район халҡы өсөн генә етештерһә, киләсәктә тармаҡты үҫтерергә, малдарҙы ишәйтергә иҫәп тота.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика