Силәбе өлкәһендә Африка тағуны асыҡланыу сәбәпле Учалы районында махсус посттар булдырылған

Силәбе өлкәһендә Африка тағуны асыҡланыу сәбәпле Учалы районында махсус посттар булдырылған 07.11.2017

Был турала Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Күрше төбәктә хужалығында 25 малдың ҡурҡыныс вирус йоҡтороуы тураһында билдәле. Әле республикала Африка тағунының таралыуына юл ҡуймау өсөн октябрҙә Силәбе өлкәһенән индерелгән ит продукцияһын эҙләү бара.

Башҡортостандың барлыҡ эре сусҡа фермалары вирус сығанағынан алыҫ урынлашҡан. Шулай ҙа, һаҡланыу сараларын күреү мөһим, тине министр.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «3 ноябрь Силәбе өлкәһендә Африка тағуны асыҡланған. Вирус тиҙ таралыусан. Ауырыуҙың республикаға үтеп инеүенә зарарланған ҡабан сусҡаһының үтеп инеүе лә етә. Шуға күрә өлкә менән сиктәш райондарҙа ветеринар контролен көсәйтеү фарыз. 2018 йылға тотош стуктураны модернизациялау бурысы тора».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку