Сифатлы аҙыҡ - ныҡлы һаулыҡ нигеҙе 03.07.2015

Телевизор экрандарынан теге йәки был заман аҙығының зыяны хаҡында көндәр буйы иҫкәртеп торғанда, был һүҙҙәрҙең хаҡлығы  асыҡ күренә. Күптәрҙең ауыл ерендә етештерелгән ит-һөт һәм башҡа ашамлыҡтарҙы хуп күреүе лә тәбиғи күренеш.  Яңауыл районында йәшәүсе Кашаповтар ғаиләһе  күптән инде балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн аҙыҡ-түлекте үҙ хужалығында етештерә. Бының өсөн уңған ғаиләнең бөтә шарттары ла бар.  

Тырыш хужабикә Рәфисә Кашапова көн һайын иртәле-кисле өс   һыйырҙан һөт һауып ала. Йәй мал-тыуар көтөүҙә йөрөгәс, өләсәй кешенең  мәшәҡәттәре аҙыраҡ. Уға каникулға килгән ейәндәре лә  ярҙамлаша. Һыйыр малынан башҡа, Кашаповтар һарыҡ, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫырай. Умарта тота. Әммә Рәфисә ханым бөтәһенә лә өлгөрә. Эҫе көндәр һауымды бер аҙ кәметһә лә, һәр һыйыр көнөнә бер биҙрә һөт бирә. Артабан ҡаймаҡ айыртыу мәле килеп етә. Электр сепараторы ярҙамында хужабикә был эште лә бик тиҙ атҡара. Тәмле ҡаймаҡ ғаилә ағзаларына ла, һатыуға сығарыуға ла етә.
Ирле-ҡатынлы Рәфисә менән Алик Кашаповтар ҡырҡ йылға яҡын татыу ғүмер кисерә. Ғаилә башлығы пенсияға сыҡҡансы колхозда эшләгән. Йәштән күпләп мал аҫыраған ғаилә, хәҙер ҙә башҡаса тормошто күҙ алдына ла килтермәй.
Көндәлек мәшәҡәттәр тамамланғас, ғаилә уҙған көндө йомғаҡлап өҫтәл артына йыйыла. Иртәгә уларҙы таңғы биштән йәнә тынғыһыҙ көн көтә. Шулай ҙа Рәфисә менән Алик  йылдар дауамында күнегелгән тәртипте үҙгәртергә йыйынмай. Бәлки шуғалыр ҙа, уңған хужабикәнең донъяһы, йырҙағыса, тәгәрәп бара.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика