Шишмә районында урынлашҡан селекция үҙәгендә ужым бойҙайынан, ярауай һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан мул уңыш йыйып алынған 01.08.2016

План буйынса бойҙайҙың гектар ҡеүәте  30, ужым бойҙайының уртаса уңышы 36 центнер.

Шишмә районындағы селекция үҙәгенең баҫыуҙарында арыштың һуңғы яҫмалары һуғыла. Алты йыл рәттән килгән  ҡоролоҡтан һуң, башаҡтар тос үҫкән. Айырыуса Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә  сығарылған арыш мул уңыш биргән. Башҡортостан шарттарына яраҡлаштырылған орлоҡ  артыҡ  ҙур күләмдә  етештерелмәһә лә, Рәсәйҙә ҙур һорау менән ҡулланыла һәм импорт тауарҙарын тулыһынса алыштыра ала.
Нина Лещенко, Шишмә селекция үҙәгенең ужым культураларының орлоҡсолоҡ һәм селекция лабораторияһы мөдире: «Ғилми үҙәк йөҙ йылдан ашыу селекция эше менән шөғөлләнә.Беҙҙең сорттарға һорау ҙур. Улар беҙҙең тәбиғи шарттарҙа сығарлыған һәм үҫтерелгән. Беҙҙең ергә яраҡлаштырылмаған сит ил сорттарынан яҡшы уңыш көтөп булмай. Үҙебеҙҙә етештерелгән арыш сорты уңдырышлы һәм сифатлы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика