Шаран районында комбайнер һәм шоферҙар семинар-кәңәшмәһе үтте

Шаран районында комбайнер һәм шоферҙар семинар-кәңәшмәһе үтте 14.07.2016

Был юлы төбәктең ауыл хужалығы эшсәндәре "Ястреб" ойошмаһында осрашты.

Семинарҙың тап ошо крәҫтиән-фермер хужалығында ойошторолоуы юҡҡа түгел. Һуңғы йылдарҙа предприятие күҙгә күренеп нығына. Быйыл улар ике миллион һумға яңы техника алыуға өлгәшкән. Яуып үткән ямғырҙар һөҙөмтәһендә, 1300 гектар майҙанды биләгән иген культураларының, 200-ҙән ашыу гектарҙағы ужымдың да мул уңыш биреүенә өмөт бар. Быйыл хужалыҡ беренсегә элиталы орлоҡ сәскән. Әгәр ҙә эш алға китһә,  хужалыҡ иген һаҡлағыс бураларын киңәйтергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика