Шаран районында һауынсылар һәм техник-осеменаторҙар конкурсы уҙҙы

Шаран районында һауынсылар һәм техник-осеменаторҙар конкурсы уҙҙы 24.06.2016

Ярышта райондың һәр хужалығынан һөнәр оҫталары ҡатнашты.

Ярышҡа  былтырғы конкурс еңеүсеһе, ,,Шаранагрогаз" йәмғиәтенең алдынғы һауынсыһы Мария  Яманаева старт бирҙе. Конкурс өс этаптан торҙо. Тәүге баҫҡыста жюри малсыларҙың эш кейемдәре һәм документацияны тәртиптә тотоуын баһаланы. Икенсе этапта һауынсылар һауын аппаратын ваҡытҡа йыйыуҙа ярышты, һуңғыһында һауыу оҫталығын күрһәтте. Бындай конкурстар районда тәүгә уҙғарылмай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйге һөҙөмтәләре малсыларҙың йылдан-йыл үҙ эшенә яуаплыраҡ ҡарауын, оҫталыҡтары камиллаша барыуын күрһәтә. Еңеүселәр артабан район данын республика конкурстарында яҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика