Шаран районында ауыл хужалығы тармағы һөҙөмтәләре барланды

Шаран районында ауыл хужалығы тармағы һөҙөмтәләре барланды 11.03.2016

Төбәктең крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре йыйылышып мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләне, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.

Районда 86 крәҫтиән-фермер хужалығы, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе 60-тан ашыу шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. 2014 йыл менән сағыштырғанда, былтыр ауыл хужалығы тармағы етештергән продукция күләме артыуы күҙәтелгән.  Быйыл иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе районда бурьян менән ҡапланған баҫыуҙарҙы эшкәртеү, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Күрһәткестәрҙе яҡшыртырға дәүләт гранттары ла ярҙам итә. Әйтәйек, Илгиз Һаҙыевҡа өс йыл элек федераль программа буйынса  грант бирелә. Һөтсөлөк менән шөғөлләнеүсе фермер дәүләт ярҙамында техника һәм тоҡомло һыйырҙар һатып ала. Көнөнә һәр малдан яҡынса 15 литр һөт һауып алынып һатыуға сығарыла. Тырышып эшләгәндә, был килемле кәсеп тип билдәләй, шәхси эшҡыуар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку