Шәмбе һәм йәкшәмбе баш ҡаланың бөтә райондарында ла көҙгө йәрминкәләр ойошторола 31.10.2015

Ауылда  йәшәүселәр  үҙҙәре етештергән продукцияны Өфө халҡына ике яҡ өсөн дә үтемле хаҡҡа тәҡдим итә ала.

Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылынан Алһыу Килмөхәмәтова үҙҙәре етештергән көнбағыш майын маҡтап, һатып алыусыларҙы саҡыра.
Дим биҫтәһендә ойошторолған йәрминкәлә һәр икенсе һатыусы Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылынан. Килмөхәмәтовтар үҙ хужалығында үҫтергән көнбағыштан һығылған майҙы һатыуға сығарған. Һалҡын ысул менән һығылған көнбағыш майы гәрәбә төҫөндә. Уны һатыусы  Алһыу Килмөхәмәтова янынан халыҡ өҙөлмәй. Һәр кем экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы продукция һатып алырға тырыша.
Ит һатыусылар ҙа Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылынан. Өршәк йылғаһының бесәнле туғайҙарында үҫтерелгән мал-тыуарҙан Булатовтар ғаиләһе йыл һайын мул табыш ала. Яңы һуйылған ит баҙарҙағынан арзаныраҡ хаҡҡа һатыла. Халыҡ та Булатовтар етештергән продукциянан ҡәнәғәт.
Дим биҫтәһендә ойошторолған йәрминкәлә һатыулашыу мөмкинлеге лә бар. Нисек кенә булмаһын көрсөк шарттарында халыҡҡа һәр тин ҡәҙерле.
Хәҡиҡәт урамы буйлап теҙелгән сауҙа рәттәрендә Дәүләкәндәр беренсе булһа, икенсе урын- Шишмәләрҙә.  Гүзәл менән Илнур Башмаҡовтар хаҡлы ялдағы уҡытыусылар. Улар 40 сутый ерҙән йылына һикһән мең һум табыш ала. Шишмә уңғандары  ун йыл рәттән Өфөлә ойошторолған бер генә йәрминкәне лә ҡалдырмай.
Йәрминкәлә Миәкә районы вәкилдәре ярайһы табыш алды.  Халыҡ бал һатыусы Рәсүл Ғилметдиновтың продукцияһын да оҙон сират тороп алды. Йыл һайын сифатлы бал һатыусыны халыҡ әллә ҡайҙан танып тора. Йәрминкәлә тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлек араһынан йәшелсәләр төрлөлөгө, ит күплеге һәм  хаҡтың тешләшмәүе, ябай халыҡ өсөн үтемле булыуы ҡыуаныслы.
Баш ҡаланың Киров районында ойошторолған йәрминкәләрҙә лә ауыл һатыусыларының күпләп үҙ продкуцияһын һатыуы  күҙәтелде. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан Нурзидә Миңлейәрова
шәхси хужалығында йөҙҙән ашыу ҡош-ҡорт үрсетә. Көҙгө муллыҡтағы йәрминкәләрҙе ул көтөп ала.
Көҙгө йәрминкәләрҙе һәр йүнсел көтөп ала. Ауыл фермерҙары араһында һатыу майҙанына ауырлыҡ менән килеп эләгеүселәр ҙә бар.
Егерме биш йылдан ашыу ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүсе ғаиләнең
хафаһын аңларға була. Ауыл хужалығында улар миҙгелле эш алып бара, күмәк көс менән үҫтергән ҡош-ҡортто тик йәрмнкәләрҙә  тәҡдим итеп, хаҡтарҙы артыҡ ҡуймай, отошло эшләй ала.
Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Иглин тауығын килограмын 150 һумдан һатып алырға мөмкин. Хаҡтарҙы күтәрмәү ике яҡ өсөн дә уңайлы. Халыҡ осһоҙ хаҡҡа сифатлы ҡош ите һатып ала, ә эшҡыуар бөтә продукцияһын да һатып бөтөп, уңышлы сауҙа итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика