Шәхси хужалыҡтарҙа күпләп мал тотҡандарға үҙ продукцияларын һатыуға сығарыу ҙур проблема 12.09.2015

Был мәлдә уларға һөт йыйыусы  шәхси эшҡыуарҙар, ауылдарҙа булдырылған һөт ҡабул итеү пунктары ярҙамға килә. Баймаҡ районы Буранбай ауылындағы һөт ҡабул итеү пункты хаҡында киләһе яҙма.  

Буранбай ауылындағы  ауыл хужалығы продукцияһын етештереү кооперативы май айында ғына    эшен башланы. Ауыл уңғандары Фирҙәүес һәм Илдус Алтынбаевтар элекке Райпо магазинын һатып алып, халыҡ һорауы буйынса һөт ҡабул итеү пункты булдыра. Әллә ни ҙур булмаған ауыл өсөн был бик ҡулай ,  беренсенән ауыл халҡы көн һайын һөтөн тапшырып үҙ ғаиләләренә тотороҡло килем килтерһә, икенсенән  ауыл кешеһенә  эш урындары  булыуы.  
Пункта ике  тонна һыйҙырышлы  һыуытҡыс урынлаштырылған.  Көн дә Буранбай, Сыңғыҙ, Беренсе Этҡол   ауылдарының   шәхси  хужалыҡтарынан  тәүлегенә 2 тонна   продукция килтерелә.  Лаборант Эльвира Хәмитова көн дә  йыйылған һөттө   таҙартып тейешле  температурала һыуытып, анализлағандан һуң   Темәскә оҙата.  Артабан иһә  йыйылған продукция Новотроицк һөт заводына тапшырыла. Тапшырылған аҡ өсөн хужабикәләр менән 15  көн һайын иҫәпләшеп торалар, ауылда ошондай пунктың булдырылыуына ауыл халҡы бик шат, сөнки  кѳн дә тиерлек ҡалаға сығып китеп булмай,  ә һөт йыйыусылар ошо хеҙмәте менән ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтә. Ваҡытында һөт тә тапшырыла, аҡсаһы ла килеп тора.
Бынан тыш Алтынбаевтарҙың  Йомаш һәм Темәс ауылдарында ла һөт ҡабул итеү пункты бар. Киләсәктә йүнселдәр Ниғәмәт зонаһында ла   тап  ошондай  пункты булдырырға ниәтләй.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика