Шәкәр сөгөлдөрө республика баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә, йәғни ун алты мең гектар майҙанда ҡаҙып алынған

Шәкәр сөгөлдөрө республика баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә, йәғни ун алты мең гектар майҙанда  ҡаҙып алынған 27.09.2016

Татлы тамырҙың гектар ҡеүәте  уртаса 225 центнер тәшкил итә. Иң юғары күрһәткес  Шишмә районында - гектарынан 279 центнер. Саҡмағош, Ғафури, Благовар һәм Баҡалы райондары ла ҡалышмай.

Әле бөтәһе   284 мең тонна татлы тамыр эшкәртеүгә сығарылған. «Башагроинвест» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  Шишмә районындағы  баҫыуҙарын  4 комбайн иңләй.  Эш ике сменала ойошторолған. Техника ямғыр яуғанда ла туҡтамай.  Мең ярым  гектарҙан ашыу майҙанда уңыш йыйып  алынған һәм шәкәр заводына  оҙатылған. Аграрийҙар сөгөлдөрҙә  шәкәр кимәле юғары, тип билдәләй. Хужалыҡта тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр менән  Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған  йәш белегстәр ҙә эшләй.  
Нияз Гәрәев, хужалыҡ агрономы: «Университетты тамамлағас та  механизатор булып урынлашҡайным.   Быйыл апрелдә агроном итеп ҡуйҙыйлар. Эштәр  көйлө генә  барһа,  уңыш йыйыуҙы октябрь урталарына тамамларбыҙ, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку