Себеште көҙ һанайҙар 24.11.2014

Һалҡындар етеү менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланды. Еңел булмаған эште халыҡ борондан ҡалған йолалар, йыр-моң менән йәмләне.

Иглин районы Турбаҫлы ауылы биләмәһендә  ҡош-ҡортто күпләп үҫтерәләр. Ҡайһы ҡурала ҡош-ҡорт күберәк, йыл һайын шул ихатала ауыл халҡы «Ҡаҙ ҡанаты» байрамын үткәрә. Быйыл  Шәйбәковтарҙаң крәҫтиән-фермер хужалығында 100-ҙән ашыу  ҡаҙ, күркә, өйрәк үҫтергәндәр. Уларҙы  салыр алдынан мулла доға ҡылды. Ҡоштарҙы таҙартҡанда хужабикәләр һәр эште еренә еткереп башҡарҙы, йәштәр менән тәжрибәһен уртаҡлашты. Ҡаҙҙы  юҡҡа ғына муллыҡ күрһәткесе тимәйҙәр, уның баш-тояҡтары һәм  эсәктәре лә аш-һыуҙа ҡулланыла, мамығынан мендәрҙәр эшләнә, майы медицинала киң ҡулланыла.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика