Салауат районында һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы шәхси һәм ғаилә фермалары иҫәбенә үҫешә

Салауат районында һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы  шәхси һәм ғаилә фермалары иҫәбенә үҫешә 30.11.2016

Дәүләт ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта  гранттар бүленә. Ҡасандыр субсидия тураһында хыялланыу ғына түгел, һөт тапшырған өсөн аҡса ала алмаған ауыл эшсәндәре дәртләнеп үҙ хужалыҡтарын ойошторған.  

Нәсебаш ауылында йәшәүсе Илдус Рәхмәтулла улы һоро, швед тоҡомло һыйырҙарҙы Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһынан алып ҡайтҡан. Итте лә, һөттө лә мул бирәләр ти, хужа.  Туҡһанынсы йылдар - колхоздар тарҡалған мәлдә, эш юҡ тип ултырмаған, үҙ эшен асырға ҡарар иткән. 25 баш һауын һыйыры, таналар һәм быҙауҙар аҫырай. Ситтән кеше йәлеп итмәй, ферманы  ғаилә менән ҡарайҙар.
Ғаилә фермаһы булараҡ конкурста ҡатнашып отҡан  6 миллион 600 мең һумға техника һатып алғандар, яңы урында ҡуралар төҙөп мал һанын ишәйтеү һәм һөт етештереү  иҫәбе лә бар.
Ә был малдар Миәшәгәр ауылы егете Ришат Ғәлләмовтыҡы. Егет фермерлыҡҡа тотонғансы бер нисә һөнәр алыштырған. Шулай ҙа үҙ асылын  тыуған яғында тапҡан.  Эш башларға дәүләт ҡаҙнаһынан  миллион ярым һумлыҡ грант бүленгән.  Уға «Белорус» тракторы һатып алып, буш торған  бинаны төҙөкләндереп гараж асҡан. Ҡуртымға бүлеп бирелгән ерҙә  иген үҫтерә, мал аҙығы әҙерләй, продукцияны Мәсәғүт һөт комбинатына тапшыра.
Салауат районында эш башлаусы йүнселдәргә һәм ғаилә фермалары ойоштороусыларға  һуңғы дүрт йылда ҙур финанс  ярҙам күрһәтелгән.  19 хужалыҡҡа конкурс нигеҙендә  төрлө күләмдә  гранттар бүленгән. Был йәһәттән Салауат районы төньяҡ-көнсығыш төбәктә өлгө булырҙай һәм беренселәр рәтендә. Ауыл хужалығын үҫтереүгә  һалынған сығымдар үҙ-үҙен аҡлай,  төпкөл ауылдарҙа  эш урындары булдырыла, халыҡҡа сифатлы продукция етештерелә.    


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика