Салғы сыңы, бесәнселәрҙе бер майҙанға йыйҙы 07.07.2017

Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы эргәһендә икенсе республика салғысылар конкурсы үтте. Туғайҙа Башҡортостандың 9 районынан 70-ләп салғы оҫтаһы көс һынашты.

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан Рәис Хәсәнов ҡолас ташлап болондо иңләй. Ул сапҡан үлән бакуйҙа тигеҙ ята. Бала саҡтан салғы тотоуға ҡарамаҫтан, рәсми ярышҡа ул тәүге тапҡыр сыҡҡан.
Бәйгегә быйыл  республиканың 9 районы вәкиле сыҡты. Салғылар яҡшылап сүкелгән, яныуғыстар итек ҡуңысында.
Ярыш булғас талаптары ла ҡәтғи. Ирҙәр 60, ҡатын-ҡыҙҙар 30 метр араға көс һынашты. Еңеүселәр ваҡыт буйынса ғына билдәләнмәй,- ти баһалама рәйесе
Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Виктория Ғәлимова бесән миҙгеле йәйҙең иң матур осоро тигән фекерҙә. Ауыл ерендәге күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кеүек салғыны ул бала сағынан тота. Оҫталығын  һынап ҡарарға ул  да Тауһеңер туғайына килгән.
Бесән күмәк ҡулды ярата. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар  элек-электән  был эштә ирҙәргә ярҙам иткән.
Быйыл триммер, йәғни мотосалғы менән бесән сабыусылар ҙа ярышҡа  сыҡты.  Машина менән ҡулға көс әҙерәк төшә, әммә көн дауамында моторҙан сыҡҡан төтөндө еҫкәп йөрөргә тура килә.
Шуға ла Дәүләкән районынан Ирек Хамматов ҡул салғыһына өҫтөнлөк бирә. Ярышҡа ул олатаһынан мираҫ булып ҡалған эш ҡоралын алып килгән.
Тауһеңер ауылы эргәһендәге ярышты Иран ислам республикаһының рәсми делегацияһы ла тамаша ҡылды. Туғайҙағы салғы сыңы сит ил ҡунаҡтарын да әсир итте.
Ирандың мәҙәни мираҫ, халыҡ кәсептәре һәм туризм буйынса ойошмаһы генераль директоры халҡыбыҙҙың боронғо эш ҡоралын алып, йәш үләнде бакуйға һалып та ҡараны. Салғыны тәүге тапҡыр тотоуына ҡарамаҫтан, был эште ул ярайһы уҡ уңышлы башҡарҙы. Баҡтиһәң, уның да тамырҙары ауылдан икән.
Мохсин Ранджбар, Иран Ислам Республикаһының  мәҙәни мираҫ, халыҡ кәсептәре һәм туризм ойошмаһы генераль директоры: «Һәр төбәктең мәҙәни үҙенсәлектәрен яҡшылап тойоу өсөн уны тотоп ҡарарға кәрәк. Шуға ла  ата-бабаларығыҙҙың кәсебен үҙемдә һынап ҡарарға булдым. Салғы  ҡулыма ятты. Мин дә бит сығышым менән крәҫтиән балаһы».
Байрам майҙанында дарыу үләне йыйыусылар, сәскә тажы үреүселәр һәм урман ашы бешереүселәр конкурсы ла ойошторолдо. Ҡырмыҫҡалы районын Мөҡсин ауылынан Бибиямал Әһлиуллина дарыухана беҙҙең аяҡ аҫтында тигән фекергә таянып эш итә. Йәйге осорҙо ул, күберәк  дарыу үләндәре йыйып ҡалыу өсөн файҙалана.
Күмәкләгән яу ҡайтарған.Салғысыларҙан һуң тотош ялан бакуйға һалынды. Сабылған бесәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн артабан аяҙ көндәр генә теләргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика