Сабып барған атты туҡтатыр, янған өйгә инер

Сабып барған атты туҡтатыр, янған өйгә инер 14.06.2016

Тәүәккәл, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы халыҡ шулай тип йөрөтә. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе - Илеш районынан Әлиә Яҡупова. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты әлеге ваҡытта ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашырға йыйына. Механизаторҙар турниры был аҙнала Төмән өлкәһендә башлана.

Тимер аттарҙы ла ауыҙлыҡлаусы Әлиә Яҡупова бала саҡтан техникаға ғашиҡ булып үҫә. Шуға ла бөгөн уға  комбайн-тракторҙарҙы һүтеп-йыйыу бер ни ҙә тормай. Илеш районында тыуып үҫкән ҡыҙ буласаҡ һөнәрен һайлаған мәлдә лә оҙаҡ уйлап тормаған. Мәктәптән һуң ул документтарын Башҡорт дәүләт аграр университетына тапшыра.  
Әле буласаҡ инженер ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашырға әҙерләнә. Бишенсе тапҡыр ойошторолған бәйгене был юлы Төмән өлкәһе ҡабул итә. Үҙ оҫталығын күрһәтергә илдең өс тиҫтәгә яҡын төбәгенән  механизатор  киләсәк. Әммә улар араһында бер генә гүзәл зат вәкиле буласаҡ. Ир-аттар һөнәренә өҫтөнлөк биреүем ҡайһы бер осраҡта уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуҙыра, шуға ла техникаға һөйөүемде барыһына ла һөйләп бармайым, ти Әлиә.
Рәсәй ярышында ҡатнашыу хоҡуғы Әлиә Яҡуповаға юҡҡа ғына бирелмәгән. Ул уҡыу йортонда ойошторолған йәш ер һөрөүселәр конкурсында егеттәрҙе лә уҙҙырып беренсе урынға сыҡҡан. Баһалама ағзалары иһә еңеүсе ҡыҙҙың юғары һөҙөмтәгә хаҡлы рәүештә өлгәшеүен билдәләй.  
Ер һөрөүселәр бәйгеһендә республиканан тағы ла ике кеше сығыш яһай. Ә инде чемпионатта еңеүсе Рәсәй данын  Европа һәм донъя беренселегендә яҡлаясаҡ. Ауыл хужалығы техникалары менән  идара итеүсе, тимерҙәрҙе иретеп-йәбештереүсе Башҡортостан ҡыҙы был ярыштарҙа һынатмаҫҡа ниәтләй.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку