Саҡмағош районының малсылыҡ күрһәткестәре йылдан-йыл яҡшыра

Саҡмағош районының малсылыҡ  күрһәткестәре йылдан-йыл яҡшыра 08.01.2016

«Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында ғына көнөнә тулайым һауын 34 тонна тәшкил итә, һөт артабан һатыуға сығарыла. «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы хужалыҡтар араһында үткәрелгән бәйгелә кооперативтың иң яҡшы тип билдәләнеүе лә юҡтан түгел. Урында майҙандарҙы киңәйтеүгә, яңы комплекстар төҙөүгә, тоҡомдо яҡшыртыуға айырым иғтибар бүленә.

Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар ярты йыл эсендә яңы уңайлыҡтарға өйрәнгән. Мөңрәшеүҙәре ишетелмәй. Ҡышты имен үткәреү өсөн «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының Рапат ауылында урынлашҡан һөтсөлөк фермаһында барлыҡ шарттар булдырылған - ҡура йылы, мал аҙығы ла етерлек. Әйткәндәй, былтыр йәй «500 ферма» программаһы сикәтрендә сафҡа индерелгән комплекста 365 баш һыйыр аҫрала, киләсәктә уларҙың һанын ярты меңгә тиклем арттырыу ҡаралған.
Тулы ҡеүәттә эшләр өсөн техника ла, ҡорамалдар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә етерлек. Рапат ауылында урынлашҡан ферма тулыһынса автоматлаштырылғанға күрә, эшсе көстәр тиҫтәгә лә тулмай. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, күләме 15 мең һумдан да кәм түгел. Мал тоҡомон һаҡлауға, яҡшыртыуға ла айырым иғтибар бүленә. Хужалыҡта яһалма аталандырыу ойошторолған. Яңы һауын залы ла сығымдарҙы кәметеп, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйткән. Бында бер юлы 28 баш һыйыр үтә ала. Бар статистик мәғлүмәт компьютерҙа теркәлеп бара.
Яңы фермала айына утыҙ-ҡырҡлап быҙау тыуа. Һәр ҡайһыһы ошондай махсус урындарҙа бер ай дауамында аҫрала. Уларға көн һайын витаминлы аҙыҡ ҡаралған, өс тапҡыр һөт бирелә.
Һөтсөлөк фермаһы мөдире Радмир Вахитов та етәксемен тип тормай, ең һыҙғанып көнө-төнө эш менән була. «Бесән, һалам мул булғанда малдар ҙа туҡ»,- ти ул. Быҙауҙар һыуыҡ шарттарҙа үҫкәнгә күрә, уларға айырым иғтибар булырға тейеш. Ни тиһәң дә, бина эсендә температура ике градустан да юғары күтәрелмәй.
«Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының әлегә 6 һөтсөлөк-тауар фермаһы бар. Тиҙҙән улар тағы ла артасаҡ. Яңы Семенкин менән Йомаш ауылдары янында 600 баш малға иҫәпләнгән яңы комплекс төҙөлөшө тамамланған да инде. Бындай күләмле үҙгәрештәр райондың ғына түгел, республика ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә лә тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку