Аҙна яңылыҡтары. Саҡмағош районынан шәхси эшҡыуар мөрәжәғәт итте 09.04.2017

Фермер ит эшкәртеү, ярымфабрикаттар эшләү урыны булған мал һуйыу цехы төҙөргә ҡарар итә. Утыҙға яҡын кешене эш менән тәьмин итергә уйлаған. Тәүҙә район хакимиәте хуплап та сыҡҡан кеүек була, ләкин ни сәбәптәндер башланған эш туҡтап ҡала. Рифғәт Рәҡипов урындағы бюрократияны ғәйепләй.

Әммә  йүнселдең хыялы әле тимер бағаналарға һәм уларға ябылған ҡыйыҡҡа ғына ҡоролған. Рифғәт Рәҡипов өс йыл элек башлаған эшен һаманғаса тамамлай алмай. Ниәте - мал һуйыу цехы төҙөп төбәк халҡына ит эшкәртеүҙә ярҙам итеү һәм эш урындары булдырыу.
Төбәктәрҙә мал һуйыу цехтары төҙөү ихтыяжы 2014 йылда барлыҡҡа килде. Таможня союзының техник регламентына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Сауҙа итер өсөн мал тотонаһың икән, махсус цехтарға рәхим ит. Рифғәт Рәҡипов та был үҙгәрештәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша. Район етәкселегенең дә ҡыҙыҡһыныуын белгәс берҙәм көс менән мал һуйыу цехы төҙөргә ҡарар итә. Эш тә йылдам ғына башланған кеүек була, ләкин тора-бара аралар һыуына. Цех төҙөлөшө туҡтай.
Күрәһең, урындағы етәкселеккә мал һуйыу цехының кәрәге юҡ. Хәйер, законды ла тулы көсөнә эшләй тип әйтеп булмай. Һөҙөмтәлә бындай урындарға ихтыяж да юҡ. Эре предприятиеларҙың үҙҙәренең һуйыу цехтары булһа, йән аҫрарға ғына тип мал тотҡан ябай ауыл халҡына һуғым эшкәртәм тип ҡайҙалыр ситкә йөрөү фәтеүәһеҙ.
Был сетерекле хәлдән сығыу өсөн ауыл халҡына ике юл бар. Һатыуға  рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн  ветеринарҙарҙың һалпы яғына һалам ҡыҫтырырға тура килә. Танышлығы, йөнтәҫ ҡуллы кешеләре булғандар башлыса  ошо юлды һайлай.
Икенсе ысул - малды алыпһатарҙарға тапшырырға ла эш бөттө. Ләкин был осраҡта, итте арзанға бирергә тура килә. Йәғни, нисек тә булһа өҫтәмә сығым. Алыпһатарҙар ҙа шул уҡ ветеринарҙарға бара. Һөҙөмтәлә һатыуға сығарылған малдан рөхсәт ҡағыҙы биреүселәр генә ота шикелле. Мал һуйыу цехтары исеменән справкалар биреп кенә байып ултырыусылар тураһында йыш ишетелә.
Ә бит киләһе йылдың ғинуарынан был закон тағы ла ҡатылана. Әгәр быға тиклем мал һуйыу цехтарын иңҡар итеүгә күҙ йомоп ҡаралһа, 2018 йылдан башлап махсус урындарҙа эшкәртелмәгән итте һатыуға сығарыу бөтөнләй тыйыласаҡ.
Юрий Лысов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары
«Һәр районда бер, хатта ике мал һуйыу урындары булырға тейеш. Унһыҙ беҙ малсылыҡ тармағын санитар талаптарға яуап биргән заманса кимәлгә сығара алмаясаҡбыҙ. Донъяуи сауҙа ҡағиҙәләре шуны талап итә».
Ләкин мал үрсетеүҙә ҡоро һүҙ һөйләү түгел, ә хеҙмәт көсөн һалыусы ябай халыҡ был законды бөтөнләй өнәп бөтмәй.  Тап мал һуйыу цехтарында санитар талаптар тупаҫ боҙола, ти улар.
Әле тотош республикала ни бары ике тиҫтә мал һуйыу  цехтары эшләй. Шуға ла закондың ҡатыланыуы ит һатып йән аҫрағандар өсөн күтәрә алмаҫлыҡ йөккә әйләнеүе ихтимал. Халыҡ йәнә бер ҡағыҙ алыу өсөн ветеринарҙар кеҫәһен ҡалынайтыуҙы хуп күрмәҫме? Тимәк, Рифғәт Рәҡиповтың цехы төҙөлөп бөткән хәлдә лә, яртылаш буш тормаҫ тимә.  
Ауыл хужалығы министрлығы цехты төҙөп бөткәс кенә сығымдың бер өлөшөн субсидиялау мөмкинлеге барлығын белдерҙе. Ләкин фермерға ярҙам  бөгөн талап ителә. Ҡыҙыҡ, тәү ҡарашҡа мал һуйыу  цехтары төҙөтөп  фермерлыҡты үҫтерәбеҙ, өҫтәмә эш урындары булдырабыҙ тибеҙ, ә ғәмәлдә, шул уҡ ябай халыҡты берҙән-бер  килеменән мәхрүм итәбеҙ. Әгәр итте һатыуға сығарыусыларға мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырып, ришүәтселекте тамырынан юҡҡа сығармаһалар, бер кем дә ул мал һуйыу цехтарына йөрөмәйәсәк. Ә унһыҙ баҙарға юл ябыҡ. Ауыл халҡына бер әмәл ҡала. Әлеге лә баяғы - Себер юлын тапау, миграция.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика