Саҡмағош районы буйынса ғына түгел, республика кимәлендә лә «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы иң алдынғы предприятиелар иҫәбендә 07.01.2016

«500 ферма» программаһында ҡатнашыусы һөт-тауар фермалар араһында үткәрелгән бәйгелә лә кооперативтың күрһәткестәре юғары тип табылған. Был тәү сиратта, майҙандарҙы киңәйтеүгә, яңы технологиялар һәм ысулдар менән эшләүгә ҡайтып ҡала. Әйтәйек, Рапат ауылында былтыр асылған фермала әлегә 365 баш һыйыр аҫрала, киләсәктә уларҙың һанын 500-гә тиклем арттырыу ҡаралған.

Бынан тыш, тиҙҙән «Базы» ауыл хужалығы кооперативының Яңы Семенкин ауылы янында 600 баш малға иҫәпләнгән яңы һөт-тауар фермаһы төҙөлөшө тамамланасаҡ. Шулай уҡ иген киптергестәрҙең дә һаны артыуға бара. Әйтәйек, Ҡалмашбаш ауылы янындағы агрегат октябрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Уның ҡеүәте - сәғәтенә илле тонна тәшкил итә. Шулай уҡ  силос һаҡлау өсөн ҙур өс цистерна һатып алыныуы ла ауыл уңғандарының эшен еңеләйткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика