Саҡмағош әлеге мәлдә Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район тип иҫәпләнә

Саҡмағош әлеге мәлдә Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район тип иҫәпләнә 04.08.2015

Республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә гектарынан 30,7 центнер уңыш алына. Әле 234 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 178 мең гектарҙа - һуғылған. Башҡортостан буйынса бөтәһе 362 мең тонна ашлыҡ һуғылған.

Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ районында ла эштәр юғары темпта бара, иген 14,75 мең гектар майҙанда сабылған, 13,32 мең гектарҙа һуғылған. Стәрлетамаҡтар ашлыҡ һуғып алыу буйынса алдынғылар рәтендә. Улар 34,03 мең тонна иген йыйып алған.
Благовар районының ҡайһы бер хужалыҡтары ужым арышын йыйып бөткән тиерлек.  «Благоварский» тоҡомло ҡошсолоҡ заводы культураның 80 процентын йыйып алған. Сиратта 400 гектар майҙандағы ужым бойҙайы. Быйыл иген баҫыуының бер өлөшө дым етмәүҙән һәләк булған. Шуға  ҡарамаҫтан, предприятие яҡшы уңышҡа  өмөтләнә. Хужалыҡ белгестәре күҙаллауынса, яҙғы культуралар менән бергә  уртаса гектар ҡеүәте 20 центнерҙан кәм булмаясаҡ. Әле район буйынса күрһәткес 21 центнер тәшкил итә.
Яңауыл районында  ужым арышы 2 мең 260 гектарҙа йыйылған һәм мең дә 960 гектарҙа эшкәртелгән. Барлығы 2 мең 744 тонна иген һуғып алынған.  Райондың  «Агро-М» хужалығында ул гектар ҡеүәте  20 центнер тәшкил итә. Ураҡҡа тәүгеләрҙән төшкән хужалыҡта иртә культуралар 400 гектарҙан ашыу майҙанда урылған. Һауа шарттары әллә ни шатландырмаһа ла, аграрийҙар һәр аяҙ көндө файҙаланып ҡалырға тырыша. Ураҡта өс комбайн эшләй. Айырыуса бер нисә йыл элек Финляндиянан килтерелгән сит ил агрегатында эш ырамлы башҡарыла. Ураҡтың  тәүге көндәрендә ырҙын табағына 300 тоннаға яғын иген килтерелгән. Артабан яңы уңыш таҙартылып элеваторға оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку