Республиканың тиҫтәләп төбәгендә һауа шарттарына бәйле, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе ихтимал

Республиканың тиҫтәләп төбәгендә һауа шарттарына бәйле, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе ихтимал 06.07.2017

Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар мал аҙығы әҙерләүҙе тотҡарлай. Хужалыҡтар баҫыуҙарҙы ужым культураһын сәсеүгә ерҙе әҙерләүгә төшә алмай интегә.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тигәндәй, ямғырлы һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, механизаторҙар баҫыуға сыҡҡан. Әммә эш кенәәллә ни ырамай. Ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы һөйрәмәй. Ә баҫыуҙы көҙгөлөккә ужым культураһын сәсеүгә әҙерләү ҙә кәрәк бит. Тик һауа торошо ғына ҡарыша.
Һөрөлгән ерҙән дә бер фәтеүә юҡ. Һуңынан уның кәҫкә әйләнеүе ихтимал. Оҙайлы ямғырҙарҙың йәшеллеккә йоғонтоһо көслө, бигерәк тә ужым культураһының ныҡлап күтәрелеүе күҙәтелә. Тик уның да саманан тыш буйға үҫеүе, һуңынан ергә ятыуы ихтимал. Урғанда һуғылмай ҡалыуы бар. Ә Хәйбулла яҡтарында иһә башлыса ҡояшлы көндәр күҙәтелә. Төбәк хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Йәшел массаның гектар ҡеүәте былтырғы менән сағыштырғанда, күпкә юғары, бесән дә сифатлы. Хатта, Хәйбулла районына хас булмаған яуым-төшөм еләктең муллығына ла йоғонто яһаған.
Мал аҙығын планға ярашлы әҙерләү бурысы нисек кенә ҡуйылмаһын, эш барышы башҡа  төбәктәрҙә лә маҡтарлыҡ түгел. Республиканың тиҫтәнән ашыу районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе ихтимал.
Әлбиттә, уңыштың юҡлығына һылтанып эшҡыуарҙар,  алыпһатарҙар ваҡытлы көйһөҙлөктө үҙ файҙаһына ауҙарыуы ғәҙәти күренеш. Иҡтисад белгестәре әйтеүенсә, быға тиклем миҙгелле хаҡтар өҫтәлеп, унан төшөүгә ыңғайлаһа, хәҙер киреһенсә, ризыҡҡа хаҡ өҫтәлгәндән өҫтәлә. Арыш икмәгенең дә әлеге ваҡытта уртаса хаҡы 40 һумдан да түбән түгел.
Ямғырлы һауа торошо тик бөгөнгө көн менән генә сикләнмәйәсәк ти синоптиктар. Улар фаразлауынса, быйыл йәй Рәсәйҙең урта өлөшөндә булмаясаҡ, имеш. Шул уҡ ямғырлы көндәр, көслө ел, шулай уҡ боҙборсаҡтың да яуыуын вәғәҙәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку