Республиканың һәр районы ла тиерлек игенселек өсөн хәүефле төбәк һанала

Республиканың һәр районы ла тиерлек игенселек өсөн хәүефле төбәк һанала 24.03.2015

Шуның өсөн дә улар географик яҡтан үҙенсәлекле төркөмдәргә берләшкән. Сираттағы агрономик конференция көньяҡ урман-ялан төбәгендә үтте.

Ауырғазы, Ишембай, Ғафури,Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Саҡмағош, Шаран, Баҡалы, Илеш һәм Дүртөйлә райондары ауыл хужалығы эштәрен алып барыу йәһәтенән  көньяҡ урман-ялан төбәгенә берләшкән. Ошондай географик яҡынлыҡ сәсеү ваҡытында булмаһа ла, ураҡ мәлендә үҙ-ара ярҙам итешеп эшләргә уңай. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленконың сығышы: «Былтыр иген хаҡы көтөлмәгәнсә юғары - бер тоннаһына 9-11 мең һумға тиклем күтәрелде. Тимәк, мөмкинлектәр самалы булған хәлдә лә үҫемлекселек менән шөғөлләнеү отошло»- тигән дәртләндереү һүҙҙәренән башланды. «Экспорт» тигән мөғжизәнең иген хаҡтарын шулай юғары күтәреүе 2015 йылдың  төп үҙенсәлеге булып тора. Белгестәр фаразлауынса, был хәл алдағы 2-3 йыл эсендә һаҡланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта игенселәргә үтә лә юғары талаптар буйынса эшләргә тура киләсәк. Сәсеү-үҫтереү технологияларына тиклем орлоҡтарҙы төрҙө сирҙән арындырырға кәрәк.
Әммә нисек кенә булмаһын, яҙғы ҡыр эштәрен уңышлы үткәреү дәүләт ярҙамынан башҡа барыбер мөмкин түгел. Әле ғинуарҙа ғына кредит ставкалары ныҡ юғары тип борсолғайныҡ. Дәүләт субсидиялары был йөктө лә урындан ҡуҙғатты шикелле.
Орлоҡ, ашлама етерлек булған хәлдә лә эш техникаға, уның төҙөклөгөнә килеп терәлә. Сит ил техникаһын алыуға бик  һирәк хужалыҡтар аҡса еткерә. Шуның өсөндөр инде, булғанды ремонтлау эше ҡара көҙҙән башлана.
Сит ил техникаһы йылдан-йыл артһа ла, деталдәрҙең ҡиммәтлеге хужалыҡтарҙы ҙур ҡыйынлыҡтар алдына ҡуя. Шул ваҡытта урындағы токарҙар ярҙамға килә лә инде. Кәрәкле әйберҙе улар һә тигәнсе эшләп бирә. Тимәк, эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж һәр ваҡыт юғары булып ҡала.
Сәлихйән Шакиров 40 йыл стажы булған  токарь. Үткән быуаттың 60 йылдарында сыҡҡан станоктарҙы ла тыңлата белә ул.
Ауыл хужалығы етәкселәре импортҡа алмаш тураһында һүҙ алып барғанда, техниканы ла күҙ уңында тота. Уны ремонтлау 1 апрелгә тулыһынса тамамланырға тейеш. МТС-тар ярҙамы быйыл бик аҙ буласаҡ. Шуның өсөндөр ҙә инде ремонт эштәрен ике сменала ойошторорға ҡушылды.
Ришат Миндияров    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку