Республиканың ауыл хужалығы техникаһы 1 апрелгә яҙғы баҫыу эштәренә әҙер булырға тейеш

Республиканың ауыл хужалығы техникаһы  1 апрелгә яҙғы баҫыу эштәренә әҙер булырға тейеш 13.03.2017

Сәсеү кампанияһы алдынан ремонт цехтарында, техника ремонтлау предприятиеларында ҡыҙыу эш бара. Илеш механизаторҙары ла машина-трактор паркының иҫкергән  ҡорамалдарын яңыртыу, сәсеү техникаһын йүнәтеү менән мәшғүл. Эш 70 процентҡа теүәлләнгән.  

Сәлимйән Әхмәтханов руль артына 1978 йылда ултыра. Хеҙмәт тәжрибәһе етерлек. 39 йыл буйы техника менән эш итеүсе уҙаман ремонтҡа етди ҡарай. Сәсеү мәлендә уның тимер аты ватылып эште тотҡарлап торғаны юҡ икән әлегә. МТЗ-87 тракторын механизатор  ауыл ерендә бөтә эште лә башҡарып сыға алырлыҡ ышаныслы техника, тип иҫәпләй.
Үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ремонтлауҙа ауырлыҡтар юҡ, ти илештәр. Сит илдекеләрҙең  йылдар үтеү менән тәгәрмәстәре, гидравлик һәм тормоз шыйыҡсалары алмаштырыла. Бер юлы өс төрлө эш башҡарыусы «Джон Дир» тракторҙарында эшләүсе Әнис Шәйхрәҙиев та тиҙҙән техникаһын ремонтлап бөтөрәсәк.
Уңайлы һәм юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтеүсе нью-холанд комбайндарына  ла йылдар үтеү менән ремонт талап ителә. Уларҙың алғы панелдәрендәге ҡорамалдар һәм тәгәрмәстең подшипниктары алыштырыла. Ситтән ҡатарылған техникаға запас частәрҙең үҙебеҙҙә етештерелгәнен ҡулланылыуы ремонт эштәренә сығымдарҙы ла кәметә.
Тағылмалы ҡорамалдар, сәскестәрҙән тыш утыҙҙан ашыу техника ентекле тикшереү үтә. Сәсеү майҙандарының өс меңгә  артыуы менән Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарынан ҡеүәтле техника ҡайтарылған. Төрлө илдәрҙән һәм тарафтарҙан йыйылған машина-тракторҙарға яҡшы техник әҙерлекте иғтибарлы һәм үҙ эшен биш бармағылай белгән механизаторҙар, механиктар тәьмин итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку