Республиканың «500 ферма» маҡсатлы программаһына дүрт йыл эсендә төбәк бюджетынан миллиард ярым һум аҡса бүленгән

Республиканың «500 ферма» маҡсатлы программаһына дүрт йыл эсендә төбәк бюджетынан миллиард ярым һум аҡса бүленгән 27.11.2015

Ошо ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү майҙандарын төҙөкләндереүҙә 169 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашҡан, программа сиктәрендә 237 ферма модернизацияланған, 328 ҡура һәм 40 силос һәм сенаж һаҡлау ҡоролмаһы төҙөлгән.

Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә программаның аналогы юҡ. Уға ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү комплекстарын яңыртыу, техник базаны яҡшыртыу, мал башын арттырыу һәм тоҡомсолоҡ өҫтөндә фәнни эш тә инә. Белгестәр программа бик ваҡытлы ҡабул ителгән һәм ул тармаҡҡа яҡшы этәргес булды тип билдәләй.
Марс Исламов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы бүлек етәксеһе:«Беҙ республикала йылдан-йыл күберәк һөт етештерелеүен, мал башынан алынған продукцияның артыуын күҙәтәбеҙ. Ә иң мөһиме программа ярҙамында хужалыҡтарҙың килеме үҫә. Мәҫәлән, быйыл ул 20 процентҡа артты».
«500 ферма» программаһына республиканың һәр төбәге ҡушылды. Был йәһәттән Илеш, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, һәм Дүртөйлө райондары әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы Иглин районында төҙөлгән ике объектты ҡабул итте. Уларҙың береһе «Мәсәғүтов» крәҫтиән-фермер хужалығының быҙау аҙбары. Яңы ҡура  350 баш малға иҫәпләнгән, хужалыҡ етәксеһе уңайлы шарттар һөт етештереү күләмен бермә-бер арттырыр тигән фекерҙә.
Альберт Мәсәғүтов, «Мәсәғүтов» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Тоҡомло мал үҫтереүҙе уңайлы шарттары  булған  быҙау аҙбарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Унда  йылы булырға тейеш, һауаның таҙалығы ла мөһим, йонсоған малдан файҙа юҡ. Яңы бина һауым күләмен арттырырға булышлыҡ тер тип өмөтләнәбеҙ, маҡсат - бер һыйырҙан йылына 7 тонна һөт һауып алыу».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку