Республикала яҙғы сәсеү 50 процентҡа башҡарылған 11.05.2016

Ярауай культуралар һөрөнтө ерҙәрҙең 1 миллион 34 мең гектарында сәселгән.  Көйөргәҙелә, Бишбүләктә - шәкәр сөгөлдөрө, Әбйәлил, Дыуан, Иглин райондарында көнбағыш сәсеү тамамланған.

Мәләүез районы баҫыуҙарында ла был культураны ултыртыу  һуңғы гектарҙарҙа бара.  Төбәктә ярауай, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү 70 процентҡа атҡарылған. «Ибраһимов» крәҫтиән фермер хужалығының 360 гектар һөрөнтө ере бар. Баҫыуҙар  элеккесә тәүҙә һөрөп эшкәртелә, фермер хужалығы яңы  ысулды һынап ҡарарға ла әҙерләнә.
Яңауыл районында ла яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Яуаплылығы сикләнгән «Победа» ойошмаһы баҫыуҙарын  яңы сәсеү комплексы иңләй. Агрегат ерҙе йомшартып, сәсеп һәм  тупраҡты ашлама менән туҡландырып бара. Яңы техника ваҡытты , яғыулыҡты  һәм башҡа  сығымдарҙы экономияларға ярҙам итә. Хужалыҡҡа  348 тонна  элиталы орлоҡ,1100 тоннанан ашыу минераль ашлама  һатып алынған. Был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Яғыулыҡ та етерлек кимәлдә. Аграрийҙар билдәләүенсә,  дәүләт дотацияһы   күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика