Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды 22.04.2017

Был хаҡта Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин белдерҙе.

Дым ҡаплауға тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Илеш эшсәндәре төштө. Бөгөн республикала ужым культураларын минераль ашламалар менән туҡландырыу буйынса Дүртөйлө, Кушнаренко райондары эш әүҙем бара. Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән Әбйәлил, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Учалы, Саҡмағош райондары хеҙмәтсәндәре мәшғүл.
Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы яҙғы сәсеү эштәренә тотондо. Миҙгелде уңышлы  башлау өсөн  кооперативта  бөтә мөмкинлектәр алдан  булдырылған. Айырыуса көндәр йылы, ерҙә дым булған саҡта  эште  алға  ыратыу өсөн  бөгөн  аграрийҙар бар көсөн һала. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында 3500 гектар ерҙә яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора.  Шуның 2100 гектарына иген культуралары сәселһә, 1500-ҙе   мал аҙығы буласаҡ.  Әле аграрийҙар дым ҡаплауға төштө. Яҙғы сәсеү  эштәренә барлығы биш  агрегат йәлеп ителәсәк. Баҫыу эштәре кампанияһына тракторҙар паркы, сәсеү машиналары күптән әҙер.  хужалыҡ    йылдағыса  мул уңышҡа өмөтләнә. Эшселәрҙе көнөнә ике  тапҡыр ашатыу ҙа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика