Республикала  уңыш йыйыу дауам итә 20.08.2014

Республикала  уңыш йыйыу дауам итә. Бөгөнгә 609 мең гектар ерҙә иген урылған. 845 мең тонна бойҙай, 672,6 мең тонна ужым культуралары һуғып алынған. Һауа торошо тотороҡланыуы аграрийҙарға эште тиҙләтергә ирек бирҙе. Федоровка  баҫыуҙарында ла ураҡ көйлө.

Яуаплылығы сикләнгән «Искра» йәмғиәте ужым культураларын йыйыуҙы тамамлау алдында. Әле һаламды рулонға урау, уны баҫыуҙан сығарыу эштәре бара. Гектар ҡеүәте 15-17 центнерға етә. Хужалыҡ ошо көндәрҙә һоло урыуға төшкән, бесән сабыу тамамланған. Мал башына 28 центнер аҙыҡ әҙерләнгән. Хужалыҡтың 6 мең гектар сәсеүлек майҙаны бар. Көндәр ҡоро торғанда ураҡты улар сентябрҙең тәүге яртыһында теүәлләргә ниәтләй.
Геннадий Абрамов, яуаплылығы сикләнгән «Искра» йәмғиәтенең башҡарма директоры: «Сәсеүлектәрҙең 50 процентында урып-йыйыу теүәлләнде, шулай ҙа башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ. Бына был баҫыуҙа комбайн арыштың һуңғы яҫмаларын һуға. Кукуруздың өлгөрөп етеүен көтәбеҙ. Мал аҙығын да өҫтәп әҙерләргә торабыҙ. Ужым культураларын 1300 гектар ерҙә үҫтерергә иҫәп тотабыҙ. Әле өс агрегат уны сәсеүгә төштө».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика