Республикала һөтсөлөк тармағын үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ

Республикала һөтсөлөк тармағын үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ 11.09.2017

Ул 12 йылға иҫәпләнер тип көтөлә, 2018 йылдан 2030-ға тиклем. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында белдерелде. 2012 йылдан  республикала «500 ферма» проекты тормошҡа ашырылды. Был программала 200-гә яҡын предприятие ҡатнашҡан, 400-ҙән ашыу ферма яңыртылған һәм төҙөкләндерелгән.

Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, алға ҡуйылған төп маҡсаттар үтәлде тип әйтергә мөмкин, әммә тулыһынса түгел.  Мал һатып алыу, һөт һауыу күләмен арттырыу  буйынса күрһәткестәр тейешле кимәлгә еткерелмәгән. Проблеманы хәл итеү ниәтендә быйыл  республика ҡаҙнаһынан тоҡомло мал алыуға субсидия  биреләсәк.  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов билдәләүенсә, хәҙер малсылыҡ тармағын  үҫтереү буйынса  уйланған, төплө йүнәлеш бар.  Күп сығымдар талап иткән ҡиммәтле фермалар төҙөү, ҡоролмалар һатып алыу  бигүк һөҙөмтә бирмәй. Тәү сиратта тоҡомсолоҡҡа, аҙыҡ-түлек базаһына иғтибар йүнәлтеү мотлаҡ. Яңы дәүләт программаһы ошо  үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә аласаҡ.  Һәм һөт иле тигән данды һаҡлап ҡалырға, республиканың һөт ризыҡтарына ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә һәм  ситкә  һатыуҙы көйләргә булышлыҡ итәсәк. Программаны әҙерләгәндә күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү мотлаҡ тип билдәләнде ултырышта. Документты үҙгәртеүгә, өҫтәмәләр индереүгә тағы ике ай ваҡыт бирелде. Декабрҙә ул ҡабул ителергә тейеш. Программаға ярашлы.  эшкәртеүгә ебәрелгән һөт күләмен өс тапҡырға арттырыу ҡарала. Әле йылына барлығы 1 миллион 700 мең тонна һөт һауыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку