Республикала үҫтерелгән йәшелсә-емеш күләмен арттырыу юлдары 26.08.2014

Туймазыла Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнест Исаев рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә аҙыҡ-түлек баҙарындағы үҙгәрештәр тикшерелде.

Импортҡа йүнәлеү сәбәпле һуңғы йылдарҙа  республикала йәшелсә-емеш үҫтереү күләме кәмей төшкәйне. Рәсәй тарафынан көнбайыш санкцияларына  яуап итеп индерелгән сикләүҙәр урындағы етештереүсегә яңы мөмкинлектәр аса. Шуға ла төбәктәрҙә йәшелсә-емеш үҫтереүгә лә өҫтөнлөк биреү мөһим, тиелде фекер алышыу барышында.
Башҡортостанда был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Элегерәк республика аҙыҡ-түлек баҙарында импорттың өлөшө 5 проценттан да  артмаған. Әле иһә   йәшелсәләрҙең айырым төрҙәренең 20 проценттан да ашыуы сит илдән килтерелә. Яҙ миҙгеле етә башлаһа, кәбеҫтәгә ҡытлыҡ ныҡ һиҙелә. Кәңәшмәлә йәшелсә үҫтереүҙә иң алдынғы район һаналған Туймазы предприятиелары тәжрибәһен киңерәк таратыу юлдары ҡаралды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика