Республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә Әбйәлил районы төштө

Республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә Әбйәлил районы төштө 17.04.2017

Төбәктә ҡышҡыһын ҡарҙың әҙ булыуы, көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле бөгөндән район эшсәндәре күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу эштәренә тотонған.   Урындағы етәкселек әйтеүенсә, техника тулыһынса әҙер, тракторҙарҙың 70 проценты техник күҙәтеү үткән.

Районда 76 мең гектар һөрөнтө ер, шуларҙың 62 мең гектарына бөртөклө культураларҙы сәсеү ҡаралған. Бөгөн баҫыуҙа «Колос» ауыл хужалығы предприятиеһы, Урал Аръяғының МТС-ның Әбйәлил филиалы, фермер Рәмил Юлдыбаев күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән мәшғүл. Улар рәтенә иртәгәнән башҡа хужалыҡтарҙың да ҡушылыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку