Республикала солоҡтарҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү осоро тамамланды

Республикала солоҡтарҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү осоро тамамланды 25.10.2017

Күгәрсен районы солоҡсолары ла  быйылғы миҙгелгә йомғаҡ яһаны.

Ҡиммәтле һәм шифалы солоҡ балын былай ғына барып алам тимәҫһең. Урау-урау юлды ҡеүәтле машиналарҙа ҡара урман, йылға аша ғына үтеп була. Юлдың ҡалған яртыһын йәйәүләп атларға тура килә. Солоҡ урман эсендәге яңғыҙ ҡарағай ҡыуышында урынлашҡан. Эш башлана, күректән сыҡҡан төтөн еҫе тирә-яҡҡа тарала. Солоҡсоларға тиклем ҡырағай балды тәмләргә  айыуҙар ҙа килеп ураған. Тайыштабандың ағаста тырнаҡ эҙҙәре лә  ҡалған.
Бығаса солоҡсолоҡ менән Бөрйән районында ғына шөғөлләнәләр,  хәҙер ҡырағай бал Күгәрсендә лә табылды. Төбәктә бөгөнгө көндә 23 солоҡ бар. Солоҡсолар Ринат Ибраһимов, Рәйес Алдашев һәм Ғәзимйән Аслаев  быйыл 80 литр самаһы бал  айырған.
Башҡорт халҡының боронғо кәсебен тергеҙеү эше төбәктә бынан ете йыл элек башлана. Күгәрсен ерендә лә ҡасандыр умартасылыҡ менән бер рәттән солоҡсолоҡ та киң үҫешкән булған. Ләкин уҙған быуаттың 30-40-сы йылдарында кәсеп һүнеп ҡала. Кеше ҡулы теймәгән ташландыҡ солоҡ ҡарағайҙарының йәше яҡынса етмеш йыл. Күрәһең, уларҙың хужалары Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында ятып ҡалған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку