Республикала сәсеү эштәре һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла

Республикала сәсеү эштәре һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла 27.05.2016

Ауыл эшсәндәре  2 миллион гектарҙа  иртә культураларҙы  сәскән. Әле хужалыҡтар ҡарабойҙай, көнбағыш, кукуруз һәм башҡа техник культуралар сәсеүҙе башлап тора.

Быйыл барлығы 3 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Һуңынан ауыл эшсәндәре, икенсе мөһим кампанияға - мал аҙығы әҙерләүгә тотонасаҡ. Эш башлар алдынан республиканың аграр тармағы белгестәре кәңәшмәгә йыйылды. Сәсеүҙе республика хужалыҡтары быйыл бер аҙна алда башланы. Быға  һауа торошо ла булышлыҡ итте. Һуңғы көндәрҙәге ҡояшлы көндәр яҙғы баҫыу эштәрен байтаҡҡа тиҙләтте. Һөҙөмтәлә сәсеү әле 98 процентҡа тамамланған. Дәүләт яғынан аҡсалата ярҙам да быйыл ярайһы уҡ ҙур күләмдә бирелгән. Хужалыҡтар уны тиҙ арала үҙләштергән һәм хөкүмәткә кире ҡайтарыу осраҡтары теркәлмәҫ , тип өмөтләнә белгестәр.
Селектор кәңәшмәһендә ауыл эшсәндәренә  мал аҙығы әҙерләү буйынса ла етди бурыстар йөкмәтелде. Иң мөһиме үҫтереп алынған культураларҙы ваҡытында сабып алыу. Юҡһа, мал аҙығының бәрәкәте, энергетик ҡеүәте кәмей. Быйыл республикала әҙерләнгән аҙыҡ берәмеге 30 центнерҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку