Республикала район-ара шәкәр заводы төҙөү мөмкинленктәрен өйрәнеү мөһим

Республикала район-ара шәкәр заводы төҙөү мөмкинленктәрен өйрәнеү мөһим 30.07.2016

Был тәҡдим бөгөн Башҡортостан башлығының Ғафури районына эш сәфәре барышында яңғыраны. Рөстәм Хәмитов төбәктә ураҡ барышы менән ҡыҙыҡһынды, социаль обьекттарҙы ҡараны.

Фәйез Шаһиҙуллин ауыл хужалығында ул утыҙ йылдан ашыу эшләй. Ураҡ мәлендә тәжрибә мөһим түгел, ныҡышмалы хеҙмәт кенә һөҙөмтәләрен бирә тип шаярта комбайсы. Һуңғы ваҡытта эш шарттары ла шаҡтай үҙгәрҙе тип билдәләй ул.
Фәйез Шаһиҙуллин, механизатор: «Техника хәҙер яңы, ҡеүәтле, уңайлы. элекке дон йәки нивалар түгел инде. Хәҙер ултырҙың да ярты сәғәт эсендә бураҙнаны һуғып алырға була».
Фәйз кеүек тәжрибәле комбансыларға терәк-таяныс булыу тәҡдимен республика башлығы уҙған аҙнала әйтеп үткәйне. Ғафуриға сәфәре барышында ла ул яңы конкурсҡа әҙерлек барыуы тураһында хәтерләтте.
«Восход» аяғында ныҡ баҫып тороусы, ҡеүәтле хужалыҡ. Баҫыуҙа әле 5 комбайн эшләй. Сәсеүлектәрҙең майҙанын да 350 гектарҙан 4 мең ярымға тиклем киңәйтеүгә ирешкән. Һуңғы ваҡытта юғары табышлы ауыл хужалығы культуралары үҫтереүгә иғтибар арта. Был күренеш тотош Ғафури районы өсөн хас тип билдәләй белгестәр.
Флүр Ибраһимов, Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Хужалыҡтарҙың  иҡтисади мөмкинлектәрен шәкәр сөгөлдөрө ярҙамында күтәрҙек. Уны үҫтереү менән финанс хәлде яҡшыртыуға өлгәштек, заманса ҡеүәтле техника һатып ала башланыҡ».
Шулай ҙа ауыл хужалығында барыһы ла шыма ғына түгел. «Ленин» исемендәге колхоз хеҙмәткәрҙәре шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүгә бәйле, ҡатмарлы хәл тураһында ла һөйләп бирҙеләр. Урындағы заводтарҙың ҡеүәте етмәй. Уңышты тулыһынса эшкәртергә мөмкинлек юҡ.
Мәсьәләне хәл итеү юлын Рөстәм Хәмитовҡа ауыл эшсәндәре үҙҙәре әйтте. Өс-дүрт райондың көсөн бергә ҡушып яңы завод төҙөргә кәрәк. Республика башлығы ауыл хужалығы министрлығына иҡтисади яҡтан табышлы бер-нисә мөмкинлекте ентекләп өйрәнергә ҡушты.
Был ферма бәләкәй  булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади яҡтан ифрат әһәмиәтле предприятие. Йәш ғаилә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү менән шөғөлләнә. Былтыр улар 150 аҡ төлкө тиреһен һатыуға сығарған. Әле улар йәнлектәр һанын мең башҡа еткереү һәм шәшке үрсетеү ниәте менән яна. Рөстәм Хәмитов уларға республика программаларында әүҙемерәк ҡатнашырға, артабанғы үҫешкә субсидиялар йәлеп итеү тәҡдимен еткерҙе.
Красноусол ауылында Рөстәм Хәмитов 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡараны. Эштәр әле планға ярашлы бара. Обьектты  киләһе йылда сафҡа индереү күҙаллана. «Еҙем» физкультура һауыҡтырыу комплексы иһә өмөттәрҙе аҡламаған. Комплекс ҙур, ә унда шөғөлләнергә теләүселәр юҡ.
Былтыр спорткомлексына 30 мең самаһы кеше килгән. Әммә бинаны хеҙмәтләндереүгә киткән сығымдар йылына 5 миллион һумға етә. Был сумманың 60 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленгән, ҡалған өлөшөн физкультура һауыҡтырыу комплексы үҙе эшләгән. Әле хәл үҙгәргән үҙгәреүен, тик бюджетҡа баҫымды кәметеү өсөн сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға өйрәнеү шарт тип билдәләнде осрашыуҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика