Республикала ҡорт балы йыйыу осоро башланды 09.07.2014

Умартасылар ике аҙнанан һуң баш ҡалала бал йәрминкәләре ойошторорға иҫәп тота. Үҙенең иң татлы һәм файҙалы балы менән дан алған Иглин районы умартасылары әйтеүенсә, быйыл районда татлы ризыҡ мул булмаҡсы.

Төбәктә йүкә урмандары байтаҡ. Әле ағаслыҡҡа инһәң егәрле ҡорттар эшенән тирә яҡ гөжөлдәп тора, ти иглиндәр. Бында һәр хужалыҡта тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Зарипов фермер хужалығы ғына өс йөҙ күстән артыҡ ҡорт тота. Былтыр улар ун тоннанан артыҡ татлы ризыҡ йыйып алғандар. Башҡа райондарҙа бал самалыраҡ тиһәләр ҙә, иглиндар быйыл да ошо уҡ күләмдә бал алырға иҫәп тота.
Әле районда ун ете меңдән ашыу умарта иҫәпләнә. Белгестәр экологик яҡтан таҙа иң яҡшы балдың Иглин районында булыуын билдәләй. Тиҙҙән был татлы ризыҡтарҙы Өфө халҡы ла тәмләй аласаҡ. Район умартасылары йыл да баш ҡала майҙандарында йәрминкәләр ойоштороп тора.


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика