Республикала майҙан алып ҡына 17 кооперация ойошмаһы булдырылған

Республикала майҙан алып ҡына 17 кооперация ойошмаһы булдырылған 29.08.2017

Йыл аҙағына тиклем тағы ла 14 кооператив барлыҡҡа килер тип көтөлә. Был ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе. Тармаҡ министрлығына ҡараған учреждение төбәктә кооперация системаһы булдырыусы оператор булараҡ эшләй.

Консультация үҙәге директоры Ирек Сакаев әйтеүенсә, халыҡ яйлап булһа ла берләшә башланы. Шулай ҙа был эш алымына шикләнеп ҡараусылар ҙа бар. Әле республикала һикһәндән ашыу кооператив иҫәпләнә. Тик уларҙың утыҙға яҡыны ғына тейешенсә кимәлдә эш алып бара. Ҡалғандары тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, кооперативтар һанын арттырыуға өлгәшкән.
Хужалыҡтар ҙа берҙәм эштең тик ыңғай яҡтарын ғына билдәләй. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн кооперативтарға тупланыу отошло. Был эш алымы беҙҙең ил өсөн яңылыҡ түгел. Эш урындары булмағанда үҙ ҡураңда етештергән продукцияны үҙәкләштереп һатыу ҙа кооперацияның бер төрө, ти фермерҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку