Республикала мал башы кәмегән, әммә һауылған һөт күләме артҡан

Республикала мал башы кәмегән, әммә һауылған һөт күләме артҡан 26.10.2015

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин малсылыҡ тармағына арналған селектор кәңәшмәһендә белдерҙе. Унда һүҙ 2016-сы йылда ауыл хужалығын иҫәпкә алыу компанияһына әҙерлек,  уңыш йыйыу йомғаҡтары, мал аҙығы әҙерләү һөҙөмтәләре хаҡында барҙы. Һуңғыһы буйынса  рационды төрлөләндереү һәм туҡлыҡлыҡты арттырыу бурысы тора. Сөнки аҙыҡты яҡшыртып ҡына  малдың продуктлылығын  һәм һөттөң  сифатын күтәрергә мөмкин.  

«Красная Башкирия» хужалығында хәҙер эҫкерттәр урынында 100 метр оҙонлоғондағы төргәктәр ята.  Механизаторҙар уларҙы шаяртып колбаса тип йөрөтә.  Бер ҡап 900 килограмм тирәһе тарта,  уны һыйырҙарға күпме кәрәк шунса ҡырҡып алырға мөмкин.  Хужалар әйтеүенсә, яңы ысул мал аҙығы әҙерләү компанияһын да тиҙләткән, ҡул көсөн дә кәметкән.  Иң мөһиме махсус япма эсендә һаҡланған үлән файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләрен юғалтмай.
Был үҙенсәлекле техника әле Рәсәйҙә икәү генә, тағы берәүһе Липецкиҙа. Ул «500 ферма» программаһы буйынса алынған. Тәжрибә үҙен аҡлаһа киләсәктә  ошо ысулды Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә таратыу ҡаралған. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы ла  яңы алымдарҙы күпләп үҙләштереү яғында. Бөгөнгө  кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һан артынан ҡыуырға ярамай, сифатҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Йәғни, һауымдың күләме хаҡында түгел, продуктлылығын яҡшыртыу тәү урынға ҡуйылырға  тейеш. Бының өсөн мал аҙығының сифатын күтәреү,   рационды төрлөләндереү мотлаҡ. Мәҫәлән,  кукуруз майҙандарын  киңәйтеүгә өҫтөнлөк бирергә мөмкин.  Һыйырҙың һөтө телендә икәне барыһына ла яҡшы билдәле.
Быйыл республикала һәр һыйырҙан 4  мең 250 килограмм һөт һауып алыу бурысы тора, 2018-се йылға тиклем был күрһәткес 6 меңгә етергә тейеш.  Шул уҡ ваҡытта һөттәге аҡһым, май проценты кәметергә ярамай. Әлегә тиклем   хужалыҡтарға субсидиялар һауылған һөткә  ҡарап бирелһә, киләсәктә аҡсаны бүлеү тәртибе үҙгәрәсәк.  
Илдар Тимерғәлин, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Бөгөн  малдың  продуктлылығын яҡшыртыу төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Йәғни бер һыйырҙан һауылған һөт күләме  артырға,  продукцияның сифаты яҡшырырға тейеш.  Бының өсөн  мал аҙығы әҙерләүгә ҡарашты үҙгәртергә, туҡлыҡлы һәм файҙалы матдәләргә бай культуралар индерергә кәрәк».
Башҡортостан Бөтә Рәсәйгә һөт иле булараҡ танылған. Әммә  был данды һаҡлап ҡалыу  яңыса ҡараш, заманса технологиялар, даими хеҙмәт талап итә. Шулай уҡ ауыл хужалығына фән эшмәкәрҙәрен йәлеп итеү ҙә мөһим.  Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән  кәңәшмәлә малсылыҡ тармағы алдына  ошондай яңы бурыстар ҡуйылды.  Эште әле үк башлау  мотлаҡ, туҡлыҡлы мал аҙығы сифатлы орлоҡ әҙерләүҙән,  эшкәртелгән баҫыуҙарҙан башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку