Республикала мал аҙығы әҙерләү йылдам бара

Республикала мал аҙығы әҙерләү йылдам бара 22.07.2015

Краснокама районында 16 мең тоннанан ашыу бесән сабылған. Хужалыҡтар сенаж һалыуҙа ла һынатмай.  Һуңғы ике аҙнала яуған ямғырҙар иген уңышына  ыңғай йоғонто яһаған, аҙна башында торған аяҙ көндәр мал аҙығын әҙерләүселәрҙең эшен тиҙләткән.  

«Алға» тоҡомсолоҡ заводында сенаж һалыуға  июнь уртаһында  тотонғандар. Редькин ауылында йәшел масса өсөн алдан  соҡорҙар әҙерләнгән. Шулай уҡ  Иҫке Бөртөк фермаһында ла әүҙем эш алып барыла. Орлоҡҡа  күп йыллыҡ үләндәр  сабыла. Уның өсөн аграрийҙар "Полесье" агрегатын ҡуллана. Микроэлементтарға бай судан үләне баҫыуында ла эш ҡайнай. Унда ауыл хужалығында  уңышлы эшләүсе Вадим  Байтимеров менән Фәүит Закировтар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.    

Иҫке Бөртөк фермаһының сенаж соҡоронда ике агрегат эшләй. Улар  ваҡлап туралған   үләнде  тығыҙ итеп йәйергә тейеш. Был фермала шулай уҡ миндек рәүешендәге  мал аҙығы ла күпләп киптерелә. Бындай аҙыҡ мал ауырығанда ҡиммәтле дарыуҙарҙы алыштыра. Быйылғы йыл уңдырышлы, ерҙә дым етәрлек. Мал аҙығы етештереүҙән тыш, машина-трактор паркындағы  техника ла урып-йыйыу  алдынан ентекекле тикшереү үтә.Техниканы Тәфтил Насриев кеүек яҡшы белгестәр әҙерләй.

Төҙөүселәрҙең дә эштәре ырамлы. Әлеге ваҡытта улар иген келәтендә ҡапҡаларҙы тәртипкә килтерә. Ремонтсылар иҙәндәрҙе цементлай. Тиҙ арала түбәләр яңыртыласаҡ.

Краснокама районының "Алға" тоҡомсолоҡ заводының барлыҡ  өлкәләрендә лә эш ҡайнай. Хужалыҡта cенаждың 71 проценты һалынған да инде. Хеҙмәтсәндәр алдында мал аҙығын үҙ ваҡытында етәрлек әҙерләп, урып-йыйыуҙы ойошҡанлыҡ менән атҡарыу маҡсаты ла тора.

Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку