Республикала күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу 88 процентҡа теүәлләнгән

Республикала күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу 88 процентҡа теүәлләнгән 11.07.2015

Илеш районы хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын тамамлау алдында. Аграрийҙар  йылдың күп йыллыҡ үләндәр өсөн уңышлы килеүен билдәләй.

Йәш механизатор Рәмис Һибәтовтың комбайнға ултырыуына ни бары ике аҙна. Шуға ҡарамаҫтан, уның  тырышлығын күптәр күреп өлгөргән.  Быға тиклем Камаз автомобилен йөрөткән егет   баласаҡтан таныш эшен яратып башҡара.
Рәмис Һибәтовтың өлкән хеҙмәттәше Рәзиф Миңкәйев та ауыл хужалығы тармағын биш бармағылай яҡшы белә. Күптән түгел һатып алынған заманса техниканы ла ул тиҙ арала үҙләштергән.  Шул уҡ ваҡытта ауылда йәш көстәрҙең  кәмеүе уны борсоуға һала.
Ҡайһы ғына тармаҡты алһаң да, эш яуаплылыҡты ярата. Өлкән һәм йәш быуын вәкилдәре бергә йәшәгән ер ҡеүәтен арттырырға тырыша.  
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә республика буйынса миллион тонна сенаж һалынған.  Был ҡуйылған пландың 49 проценты.  Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү плоанны арттырып үтәгән. Был төбәктәр кәм тигәндә 60 мең тонна сенаж туплаған. Бесән әҙерләү буйынса Миәкә, Туймазы, Шаран, шулай уҡ Стәрлетамаҡ райондары алдынғылыҡты бирмәй. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республика буйынса барлығы 492 мең тонна бесән сабылған. Был мал башына уртаса11,2 центр тура килә тигән һүҙ. Ауғыл эшсәндәренең маҡсаты  малдарҙы ҡышлатыу  осорона етди әҙерләнеү.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку