Республикала көҙгө йәрминкәләр дауам итә

Республикала көҙгө йәрминкәләр дауам итә 30.09.2015

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының ауыл эшсәндәре үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙарҙы Нефтекама халҡына тәҡдим итте.

Ҡалалағы быйылғы тәүге йәрминкәгә Яңауылдарҙан тыш, Ҡалтасы, Борай, Краснокама райондары хужалыҡтары ла килгәйне. Ауыл уңғандары ит һәм һөт аҙыҡтары, бал, йәшелсә, емеш-еләк һәм ағас үҫентеләре менән дә сауҙа итте. Сағыштырмаса арзан хаҡҡа һәм киң ассортименттан һатып алыусылар ҡәнәғәт ҡалды. Көн дауамында Яңауыл районы эшсәндәре генә 2 тоннаға яҡын ит, 6 тоннанан ашыу картуф, 8 тоннанан артыҡ йәшелсә, 4 тонна бойҙай, шулай уҡ балыҡ, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатҡан. 10 октябрь - Республика көнө алдынан көҙгө йәрминкә Яңауыл ҡалаһында ла уҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку