Республикала ит етештереү 10, һөт етештереү 4 процентҡа кәмегән

Республикала  ит етештереү 10, һөт етештереү 4 процентҡа кәмегән 16.06.2015

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  Илдар Тимерғәлин бөгөнгө видеоселектор кәңәшмәһендә  күрһәткестәрҙе тиҙ арала яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы.

Көнөнә 20-25 гектар майҙан, яҫмаларҙы  рулонға һалыусы тракторҙарҙың эшкәртеү ҡеүәте юғары. Шуға күрә  Әлшәй хужалыҡтарында  мал аҙығы әҙерләү компанияһы ла йылдам бара.  Мәҫәлән, «Колосагро» йәмғиәте әле мең тоннанан ашыу бесән әҙерләгән, 2 мең тонна сенаж һалған.  
Әлшәй районы хужалыҡтарында  ярауай  культураларҙы химик утау ҙа тамамланған. Әммә республиканың башҡа  төбәктәрендә  баҫыуҙарҙы эшкәртеү  яҡшы ойошторолған тип әйтеп булмай,  әлегә майҙандарҙың 60 процентында ғына химик утау үткән.  Ырымбур өлкәһенең ике районында  ҡара сиңерткеләр менән бәйле  ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе лә хәүеф тыуҙыра, Шуға күрә Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында  ҡоротҡостарға ҡаршы өҫтәмә  химик эшкәртеү үткәрелә.
Тағы бер проблема һөт һәм ит етештереү күләменең түбәнәйеүе, ит 10,  һөт 4  процентҡа кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин  күрһәткестәрҙе тиҙ арала яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы.
Уның ҡарауы, аграр тармаҡҡа йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы арта, быйыл  2 миллиард 700 миллион һум аҡса  бүленгән, был былтырғы менән сағыштырғанда, 500 миллион һумға күберәк.  Кәңәшмәлә субсидиялар һөҙөмтәле ҡулланылырға тейеш тип билдәләнде. Әммә белгестәр   проблема аҡсала ғына түгел тип иҫәпләй,  тәү сиратта  бар тармаҡтарҙа ла тоҡомсолоҡ, селекция  эшенә иғтибарҙы арттырыу, фән менән бәйләнеште нығытыу мотлаҡ, шул ваҡытты  ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Әле төп бурыс мал аҙығы әҙерләү. Быйыл хужалыҡтар алдында һәр баш мал 30-32 центнер аҙыҡ туплау  бурысы тора,   мал аҙығы культуралары  967 мең гектарға сәселгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда  60 мең гектарға күберәк.  Шулай уҡ яҙҙың ямғырлы,  йәйге көндәрҙең йылы тороуын, бесәндең яҡшы үҫеүен  иҫәпкә алғанда  ҡураларға ике йылға етерлек  мал аҙығы һалырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку