Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Республикала ауыл  хужалығы йәрминкәләре дауам итә 19.09.2015

Бөгөн ҡала һәм район үҙәктәрендәге майҙандар  күпләп мал тотҡан,  йәшелсә-емеш үҫтергән ер хужалары менән тулды. Йәрминкәләр ауыл кешеһенә етештергән продукцияһын һатыу мөмкинлеге бирһә, ҡала халҡы ҡышҡа етерлек  аҙыҡ-түлек туплап ҡала. Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан  Спорт һарайы  алдындағы майҙанда быйыл  фермерҙар өсөн махсус урындар ҙа әҙерләнгән.

Хөсәйеновтар ғаиләһе  йәрминкәгә  Мишкә районынан килгән,  йүнсел хужалар өс йыл элек фермерлыҡ менән шөғөлләнә башлаған,  әле  ғаиләнең 200 башҡа яҡын һарығы бар. Төп  табыш ит һатыуҙан килә, аҙна һайын 10 баш тирәһе алып сығабыҙ, ти Сажиҙә Хөсәйенова.
Баҙарҙа әлегә ит һатыусылар күп түгел. Ит йәрминкәләре һуңғараҡ башланасаҡ. Хаҡтарға килгәндә,  һарыҡ итенең килоһын 300-350, һыйырҙыҡын 250-350 һумға алырға мөмкин. Иң арзаны сусҡаныҡы, 250 һумдан башлана.  Йәрминкәлә был юлы айырыуса йәшелсә-емеш күп. Кушнаренко районынан йәш фермерҙар витаминлы продукцияның тиҫтәнән ашыу төрөн үҫтерә. Башҡортостанда  һирәк осраған  сорттарға өҫтөнлөк бирәбеҙ, ти хужалар. Шуға күрә  уларҙың  йәшелсә-емешенә ихтыяж да ҙур. Ғаилә картуф, кишер, сөгөлдөрҙән тыш, төрлө тәмләткестәрҙән тыш, брокколи кеүек йәшелсәләр ҙә үҫтереп һата.
Өфөлә йәрминкәләр бөтә майҙандарҙа ла үтте. Октябрь районы ауыл хужалығы продукцияһын һатыу урындарын  бер юлы өс майҙанда ойошторған. Спорт һарайы алдында быйыл кешеләрҙе ел-ямғырҙан  ҡурсалау өсөн махсус япмалар ҙа ҡуйылған.
Район хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә,  киләсәктә  йәрминкәлә урындарҙы тағы арттырыу мотлаҡ, сөнки  бында һатыу итергә теләүсе фермерҙар күп.  
Йәрминкәлә мобиль ветеринария  лабораторияһы ла эшләй, бында  бөтә төр ауыл хужалығы продукцияһына экспертиза үткәрелә. Мал ите төрлө ауырыуҙарға, йәшелсә емеш ошондай прибор менән нитраттарға тикшерелә.  Мәҫәлән, картуфтың бер килоһында нитраттар 250 миллиграммдан  артыҡ булырға тейеш түгел.
Хәбәрсе. Һатып алыусылар әйтеүенсә, йәрминкәлә  тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлек экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора. Хаҡтарға  инде мөнәсәбәт төрлөсә, берәүҙәр  ер кешеһе эшләгән хаҡын алырға тейеш тип иҫәпләһә, икенселәр  урындағы продукцияны осһоҙораҡ итергә кәрәк тигән фекерҙә.
Йәрминкәләр ҡышҡа тиклем  дауам итә,  шуға күрә ҡала халҡының сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа  аҙыҡ-түлек туплап ҡалыу мөмкинлеге бар. Ә ер кешеһе өсөн йәрминкәләр  табыш алыу мөмкинлеге. Сөнки ауыл халыҡының күбеһе малға һәм баҡса уңышына күҙ терәп йәшәй.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика