Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Республикала  ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә 30.08.2014

Баш ҡала майҙандарында ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән продукцияны, баҡсаһында өлгөргән йәшелсә-емештәрҙе һәм бал тәҡдим итә.

Йәрминкәлә йүнселдәр өсөн сауҙа урындары бушлай бирелгән. Шуға күрә ауылдан килтерелгән аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар мул.  Айырыуса  бал һатыусылар күп. Татлы ризыҡтың сифатын йәрминкәлә махсус лаборатория тикшерә. Шуға ла бында тик сифатлы продукция һатыла, ти умартасылар. Татлы ризыҡтың хаҡы ла төрлө: йүкәнеке - 1500, ҡарабойҙай менән сәскә балы 1200-1300 һум. Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан райондарҙан килеүселәр араһында 900 һумға тиклем төшөрөп һатыусылар ҙа бар. Йәрминкәлә һуған, картуф, ҡымыҙ һәм башҡа аҙыҡ-түлек алырға ла мөмкин. Йәшелсә-емеш быйыл мул булды, ти һатыусылар. Картуф менән һуғандың килограмы - 20 һум.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика